Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
8 Октябрь 2025, 09:00

Шулай ҙа була икән!

Борон-борондан алама көстәр менән, сихыр менән эш иткән кешеләр булған. 

Шулай ҙа була икән!Шулай ҙа була икән!
Шулай ҙа була икән!

 Сихыр эләккән кеше ауырыуға һалышыр, яңылышып һөйләр, ғаиләлә татыулыҡ китер, мал-тыуар зыянлар булған. Был михнәттән, алама көстәрҙән һаҡланыу өсөн һаҡланыу сараларын күргәндәр:
1. Өйгә инер урында тупһаға даға беркетелгән. Бындай өй доғалы була. Аллаһы тәғәлә уның хужаларын ҡара көстәрҙән һаҡлар, насар ниәттәге кешеләрҙең уйҙары шул урында ҡалыр. Иҙән йыуғанда дағаның ҡырыйын һөртөп алғанда: “Бисмиллаһир-рахманир-рахим, Аллаҡайым доғаларының көсө артып, ғаиләм, йорт-ҡура, малымды имен-аман һаҡлаһын”, тип әйтергә.
2. Өй эсе яҡлап, ишек башына Аятел көрси элеү мотлаҡ. Насар көстәр үтә алмаһын, алама уйлы кешеләрҙең уйҙары ишектең тыш яғында ҡалыр, тип ышанғандар. Һәр тәҙрә, ишек башына ҡөръән сүрәләренең берәр аяттарын беркетеүҙең дә файҙаһы күп.
3. Ишек алдында, кешегә күренерлек итеп, артыш ултыртыуҙың файҙаһы бик ҙур: насар ниәттәге кешенең күҙ ҡарашы шул изге ағаста ҡалып, ихатанан тышҡа алып ташлар. Артыш – муллыҡ, байлыҡ ағасы, мал-тыуарға бәрәкәтлек, йорт-тирәгә именлек, ғаилә кешеләренә иҫәнлек теләп тороусы, Алла тарафынан билдәләнелгән изге ағас. Уның ботағынан элек сырхау, сихыр тейгән кешегә сәй ҡайнатып биргәндәр. Бер ботағын алып, өйҙөң өрлөк ағасына ҡаҙап ҡуйғандар.
4. Бетеү тағылған кешегә һис ваҡыт сихыр эләкмәҫ тигән дә ырым бар. Күндән эшләнгән бәләкәй генә янсыҡҡа доғалыҡтар, йә “мин Аллаһы тәғәләнән яратылған”, “мин Аллаһы тәғәләнең ышаныслы ҡоло”, “Хоҙай үҙе һаҡлар”, тип яҙылған яҙыуҙы шул янсыҡ эслегенә ҡуйып теккәндәр. Быны һуғышҡа киткән, алыҫ сәфәргә юлланған кешеләргә биргәндәр.
5. Сөннәтләү – яңы тыуған баланы, йә булмаһа ауырыу кешене мунсала ҡарағай, шыршы, артыш ағасынан сыҡҡан йәшел һыуҙы алып, ҡиблаға ҡаратып, йыуындырған кешене, йә булмаһа үҙең кергәндә ҡиблаға ҡарау мотлаҡ, сүмес менән ошо һыуҙы алып, Аллаһы тәғәлә рөхсәте менән был донъяла сырхауһыҙ йәшә тип ҡойонорға. Унан һуң һөлгөгә һөртөнмәйенсә, тән кипкәс, һарымһаҡ йә булмаһа ҡыр йыуаһының бүлбеһен алып, шуларҙың тамыр өлөшөн киҫкәс, маңлайға яңы тулған ай һыны яһала. Был кеше бер ваҡытта ла сихыр, күҙ тейеү тигән нәмәгә бирешмәҫ.
6. Уң яҡта уң фәрештәләр булыр. Һәр ваҡытта йоҡонан торғанда, уң аяҡтан алда баҫ. Буҫаға тупһаһынан үткәндә, уң аяғынды беренсе атлатып сыҡ. Уң аяҡтан булһа, уңырһың.

Автор:
Читайте нас