Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
13 Октябрь 2025, 17:25

ХӘЛ БЕЛЕРГӘ ҠАЙТ, ТУҒАН

Ишек-ҡапҡаң ҡайһы яҡҡаАсыла, туғанҡайым?Хәлдәремде белгәнең юҡ,Бәлки, үҙем барайым.

ХӘЛ БЕЛЕРГӘ ҠАЙТ, ТУҒАНХӘЛ БЕЛЕРГӘ ҠАЙТ, ТУҒАН
ХӘЛ БЕЛЕРГӘ ҠАЙТ, ТУҒАН

Ишек-ҡапҡаң ҡайһы яҡҡа
Асыла, туғанҡайым?
Хәлдәремде белгәнең юҡ,
Бәлки, үҙем барайым.

Бер әсәнән беҙ бит тыуған,
Онотма шуны, туған.
Бер-береңдең хәлен белеү,
Беҙҙә борондан ҡалған.

Аралар йыраҡ тип, торма,
Хәл белергә ҡайт, туған.
Сепрәк туҙа, ғүмер уҙа,
Үкенерһең һуңынан.

Йыраҡтан да ҡайт, туғаным,
Яҡындан да кил, туған.
Бер туғандар араһына,
Ҡундырмайыҡ беҙ туҙан.

(йыр)

"Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы"нан.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас