Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2025, 10:00

Башҡортостандың элекке вице-премьеры Алан Марзаевҡа 13 йыл биргәндәр

Өфөнөң Ленин районы суды Башҡортостан премьер-министрының элекке урынбаҫары Алан Марзаевты айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепле тиип таба һәм ҡаты режимлы колонияла 13 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә. 

Башҡортостандың элекке вице-премьеры Алан Марзаевҡа 13 йыл биргәндәрБашҡортостандың элекке вице-премьеры Алан Марзаевҡа 13 йыл биргәндәр
Башҡортостандың элекке вице-премьеры Алан Марзаевҡа 13 йыл биргәндәр

Суд элекке вице-премьерға 561,3 миллион һум штраф һала һәм 37 миллион һум аҡса түләтә. Шулай уҡ прокуратура дәғүәһе буйынса суд Алан Марзаевты Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе һәм атҡаҙанған иҡтисадсыһы маҡтаулы исемдәренән, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалынан һәм Салауат Юлаев орденынан мәхрүм итте. Бынан тыш, суд Ҡырмыҫҡалы районының Ҡаракүл ауылында Марзаев әфәнденең водителенә ҡараған ер участкаһын һәм дачаһын тартып ала — дәүләт ғәйепләүсеһе йорт ғәйепләнеүсенең аҡсаһына төҙөлгән тип иҫәпләй. Шулай уҡ хөкөм ҡарары көсөнә ингәнгә тиклем Төньяҡ Осетияла ғәйепләнеүсенең улының ҡунаҡханаһы ҡулға алына.

Башҡортостандың элекке вице-премьеры Алан Марзаевҡа 13 йыл биргәндәр
Башҡортостандың элекке вице-премьеры Алан Марзаевҡа 13 йыл биргәндәр
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас