Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2025, 09:00

Аҡсаң күп булһа, ултыр әйҙә...

Аҡсалары күп икән Аҡсаларын ҡайҙа тығырға, машиналарынан нисек яҙырға белмәгәнгә лә, үҙҙәренең һәм башҡаларҙың башына бәлә эҙләгәнгә лә, водителдәр эскән килеш руль артына ултыра, ахыры. Юғиһә, башҡаса нисек аңлатаһың иҫеректәрҙең машинала йөрөүен? Уҙған тәүлектә генә рейд барышында 63 иҫерек водитель тотолған.

Аҡсаң күп булһа, ултыр әйҙә...Аҡсаң күп булһа, ултыр әйҙә...
Аҡсаң күп булһа, ултыр әйҙә...

Иҫкәртеү саралары барышында 1200 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған. Шул иҫәптән:

- 63 кеше транспорт менән иҫерек килеш идара иткән;

- 27 водитель ҡағиҙәләр менән тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сығып, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға етди хәүеф тыуҙырған;

- балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 37 осрағы теркәлгән;

- 53 водитель үткәүелдә йәйәүлеләрҙе үткәрмәгән саҡта тотолған.

Әгәр һеҙ иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеүгә шаһит булһағыҙ, был факт тураһында 8(347) 279-32-92 номеры буйынса БР буйынса Эске эштәр министрлығының "ҡыҙыу линия" телефонына хәбәр итегеҙ, шулай уҡ телеграмға ла яҙырға мөмкин: @GIBDDRB_02bot 

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225

Автор:
Читайте нас