Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
11 Декабрь 2025, 07:00

Башҡортостанда әсә унынсы сабыйына ғүмер бүләк иткән

Ҡалтасы районынан Эвелина Бикмырҙина унынсы тапҡыр әсәй булған, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бикмырҙиндар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған, хәҙер уларҙың ете ҡыҙы һәм өс улы бар.

«Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында тыуған малайҙың ауырлығы – 3300 грамм, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Дүртенсе көнгә әсә менән сабый өйөнә ҡайтҡан. Ишле һәм татыу Бикмырҙиндар ғаиләһен ошо матур ваҡиға менән ҡотлайбыҙ».

Бүлек мөдире Артур Закиров һүҙҙәренсә, унынсы тапҡыр бала табыу табиптар яғынан етди иғтибар талап итә, сөнки күп бала тапҡанда өҙлөгөү, шул иҫәптән ҡан китеү һәм анемия хәүефе арта. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының перинаталь үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатмарлы осраҡтар менән эшләү тәжрибәһенә эйә. Үҙ эшенең оҫтаһы булған табиптарҙың һәм акушерҙарҙың ярҙамы менән бында йыл һайын 3 меңдән ашыу бала донъяға килә.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2025-12-10/bash-ortostanda-s-unynsy-bala-a-mer-b-l-k-itk-n-4500972

Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Башҡортостанда әсә унынсы сабыйына ғүмер бүләк иткән
Башҡортостанда әсә унынсы сабыйына ғүмер бүләк иткән
Автор:
Читайте нас