

Тормош юлымда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен. Кемгәлер - ярҙамы өсөн, кемгәлер - өлгө булғаны өсөн, кемгәлер - күп нәмәгә өйрәткәне өсөн, ә кемдәргәлер янымда булғандары өсөн генә... булып киткәндәргә лә, булмағандарына ла, илатҡандарға ла, көлдөргәндәргә лә, утлы табала көйҙөргәндәргә лә, күктең етенсе ҡатына мендергәндәргә лә, яратҡандарға ла, яратмағандарға ла, һөйгәндәргә лә, һөйҙөргәндәргә лә, ихластарына ла, ялағайҙарына ла, аҡыллыһына ла, иҫәренә лә - барыһына РӘХМӘТ!!!
Тағы ла башҡорт теле үҫешенә, уны үҫтереү, һаҡлауға өлөш индергән яҡташтарыма тәрән ихтирамымды белдерәм. Яҙылыу осоронда кәңәше, ярҙамы менән ярҙам иткән яҡташтарыма ла ифрат рәхмәтлемен.
Хөрмәтле райондаштар! "Көнгәк" гәзитенә яҙылырға һанаулы көндәр ҡала. Яҙылып ҡуяйыҡ, беҙҙең киләһе йылда ла һеҙҙең менән бергә булғыбыҙ килә!