Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
15 Декабрь 2025, 09:44

"Ҡар десанты", йәғни уның менән кемдәр көрәшә?

“Йәшел хужалыҡ” йәмғиәтендә ҡар таҙартыу машиналары, тракторҙар, йөк машиналары ремонтланып күптән әҙерлек һыҙатына ҡуйылған.  Шулай уҡ юлдарҙа боҙға ҡаршы ҡом-тоҙ ҡатышмаһы, махсус сотавлы материал запасы тупланып, махсус урында һаҡлана.

"Ҡар десанты", йәғни уның менән кемдәр көрәшә?"Ҡар десанты", йәғни уның менән кемдәр көрәшә?
"Ҡар десанты", йәғни уның менән кемдәр көрәшә?

Ял көндәрендә махсус техника ҡаланың төп урамдарындарын, йорт алдарын тәүлек әйләнәһенә таҙартты. Хеҙмәткәрҙәр эш алдынан махсус инструктаж үтә. Белгестәрҙең намыҫлы хеҙмәте яуым-төшөм эҙемтәләрен кәметеүгә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм ҡала халҡының уңайлы йәшәү шарттарын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

 Һауа торошо нисек булыуына ҡарамай, коммуналь хеҙмәттәр үҙ эшен намыҫлы һәм сифатлы башҡара.

Шулай уҡ Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ ташыу дауам итә. - Тәбиғи сеймал ҡала янындағы Шагайка күленән ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең быға тиклем йылы тороуына бәйле уның ҡалынлығы ни бары 14 сантимер ғына,- ти мастер Федор Ащаулов. Йәмғиәттә 15 йыл хеҙмәт стажы туплаған Виктор Коновалов боҙҙарҙы бысыр алдынан махсус линейка менән үлсәй. Уларҙың тигеҙ һәм бер төрлө булыуы шарт. Блоктарҙы күлдән  махсус  ҡоролма ярҙамында сығаралар. Рәссәмдар  уларҙан тамашасы һоҡланырлыҡ әкиәт һындары эшләйәсәк.

"Ҡар десанты", йәғни уның менән кемдәр көрәшә?
"Ҡар десанты", йәғни уның менән кемдәр көрәшә?
"Ҡар десанты", йәғни уның менән кемдәр көрәшә?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас