Мәскәү тарафында вахта буйынса эшләгән ағайым ваҡытлыса булһа ла эшкә урынлашырға тәҡдим иткәс, киттем баш ҡалаға. Аэропорттан сығып метро тигәндәренә ултырғас, башым әйләнеп китте. Ул кешенең күплеге! Һәр кем үҙ телендә аралаша, кейемдәре, йөҙҙәре лә төрлө ҡитға вәкилдәре икәнлеген һөйләй. Әммә мине меңәрләгән кеше араһында бер нисә ултырғыс алда ултырған 50-60 йәштәге парҙың башҡортса һөйләшеүе йәлеп итте. Баҡтиһәң, сит ерҙә беҙҙең төпкөл аңыбыҙ тап үҙебеҙҙең башҡортса һөйләште эҙләй, ана шул тауышты табыу һәләтенә эйә икән! Ә улар ашыҡмай, тыныс ҡына бөгөнгө көнгә маҡсаттарын билдәләй.
- Дубайҙа үтәсәк осрашыуға барасаҡ егет сирләп китте, хәҙер ни эшләргә инде, - тип борсолоуын белдерҙе ир. - Рәсми ҡағыҙҙарҙы тултырыу өсөн башҡортса белгән хеҙмәткәр кәрәк буласаҡ. Ике көндән юлға сығырға, хәҙер ҡайҙан кеше табырбыҙ?
Поездың тәгәрмәс тауышын баҫырға теләгәндәй, тағы ла ҡысҡырыбыраҡ һөйләшкән пассажирҙарҙы йырып-йыртып, милләттәштәрем янына яҡынлаштым.
Бөтә көсөмдө, ҡыйыулығымды йыйып, ниндәйҙер көскә эйәреп, таныш түгел яҡташтарҙың алдына барып баҫтым. Бөгөн ошо ҡыйыулығым өсөн үҙемә ныҡ рәхмәтлемен.
Илдус ағай ике тиҫтә йылдан ашыу Мәскәүҙә йәшәй икән. Төштән һуң мин Фәриҙә апай һәм Илдус ағайға эйәреп офисҡа киттем. Инеү менән стеналарҙы биҙәгән картина, радионан ағылған башҡортса көйҙәрен ишетеп хайран ҡалдым һәм үҙемде Башҡортостандағылай хис иттем.
Ошо уҡ бинала студиянан йәшәр урын бирҙеләр һәм компьютерҙа эшкә тотондом. Ике-өс сәғәттән һуң Илдус ағай аңлатҡан талап буйынса этикетка өлгөләре әҙер ине. Һүрәттәрҙең оҡшағандары һайланғас, башҡортса мәғлүмәт яҙҙым. Бында минең башҡорт телен яҡшы белеүем, мәктәптә генә түгел, институтта ла уны тәрән өйрәнеүем ярҙам итте. Бер нисә көндән сит илгә эшлекле командировкаға остоҡ. Ситтә милләткә булған ихтирамы хайран итте. Милли батырҙарыбыҙ, тәбиғәтебеҙ, яҙыусыларыбыҙ тураһында ла беләләр. Араларында Мостай Кәрим, Рәми Ғәриповтың шиғырҙарын яттан һөйләгәндәренең күп булыуы хайран итте. Ситтә телемде өйрәнәләр, беләләр, ә үҙебеҙҙә күптәрҙең уны белмәүе – бер кемгә лә сер түгел.
Минең һөйләгәнем уйҙырма һымаҡтыр, бәлки. Әммә туған телемде белеүем һәм милләтемә хас саялығым миңә яңы үрҙәр яуларға булышлыҡ итте”.
Ышанам, яҡташ.