Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
17 Декабрь 2025, 09:00

Бына шулай дөрөҫ әйтелгән!

Ышанма кеше һүҙенә, ышан үҙ күҙеңә.

Яҡшы һүҙ балдан татлы.
Әҙерәк һөйләһәң, күберәк ишетерһең.
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы.
Йылы көн ҡарҙы иретер, йылы һүҙ йәнде иретер.
Яҡшының үҙе яҡшы, үҙенән һүҙе яҡшы.
Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.
Һүҙе ямандың үҙе яман.
Бер әйткәнде ике әйтмә.
Үҙең ишетке килмәгән һүҙҙе кешегә һөйләмә.
Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен.
Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла.
Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң - ҡотолорһоң.
Кешенең белемен һүҙенән аңларһың.
Кешенең үҙенә ҡарама, һүҙенә ҡара.
Аҙ һөйлә - күп эшлә.
Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ.

Һеҙгә ошо мәҡәлдәрҙең ҡайһыныһы нығыраҡ тура килә?

Бына шулай дөрөҫ әйтелгән!
Бына шулай дөрөҫ әйтелгән!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас