Пиротехника, бенгаль шәмдәре һәм шыршы гирляндалар Яңы йыл байрамдарында янғын хәүефе тыуҙыра.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы янғын хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә:
- өйҙән сыҡҡанда электр йылытыу приборҙарын һүндерегеҙ;
- стандарт булмаған һәм ҡулдан эшләнгән электр йылытыу приборҙарын файҙаланмағыҙ;
- ватылған розеткалар менән ҡулланмағыҙ;
- шырпыны һәм башҡа ут сығанаҡтарын балалар күрмәгән урындарҙа һаҡлағыҙ, бәләкәй балаларҙы бер үҙҙәрен ҡалдырмағыҙ;
- өйөгөҙҙә еңел тоҡанып китеүсе шыйыҡсаларҙы һәм шартлатыу ҡулайламаларын һаҡламағыҙ;
- балконда һәм лоджияла, шулай уҡ эвакуация юлдарында яғыулыҡ шыйыҡсалары һаҡламағыҙ;
- түшәктә тартмағыҙ;
- бинала пиротехник изделиелар һәм асыҡ ут ҡулланмағыҙ;
- йортоғоҙҙа беренсел янғын һүндереү саралары, шулай уҡ үҙаллы янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор ҡуйығыҙ.
Шыршы ултыртыуға талаптар:
Уны ултыртыу өсөн урынды дөрөҫ һайлағыҙ. Шыршы йылытыу приборҙарынан алыҫта торорға тейеш. Кешеләрҙе эвакуациялаған осраҡта ул бинанан сығырға ҡамасауларға тейеш түгел.
Шыршы өсөн махсус ҡулайлама бар - уны ғаиләгеҙҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бер тапҡыр һатып алығыҙ. Шыршыны биҙәү өсөн еңел тоҡаныусан декорациялар ҡулланмағыҙ. Бында мамыҡтан, пластиктан, ҡағыҙҙан, балауыҙҙан эшләнгән уйынсыҡтар инә (сикләү антипирен һеңдерелгән предметтарға ғына ҡағылмаҫҡа мөмкин).
Ватылған гирляндалар ҡулланмағыҙ. Биҙәүес сифатлы, төҙөк булырға, завод гарантияһына эйә булырға тейеш. Йоҡларға ятҡанда йәки өйҙән сыҡҡанда гирлянданы розетканан ысҡындырығыҙ. Унда, һәр электр приборындағы кеүек, ҡыҫҡа ялғаныу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ә янып китеү өсөн бер генә осҡон да етә. Әгәр насар еҫ тояһығыҙ икән, шунда уҡ гирлянданы һүндерергә кәрәк. Бындай биҙәүесте артабан ҡулланырға кәңәш ителмәй.
Шыршыға ҡағылышлы тағы ла бер кәңәш - уның эргәһендә бенгаль уты тоҡандырмағыҙ. Уларҙың ботаҡтарға эләгеүе һәм һөҙөмтәлә янғын сығыуы ихтимал.
Пиротехникаға талаптар:
Төп ҡағиҙә - ҡулдан яһалған пиротехник әйберҙәр ҡулланмағыҙ. Йыл һайын ҡулда пиротехника шартлауы һөҙөмтәһендә тиҫтәләгән йәрәхәтләнеү осрағы теркәлә. Һатып алынған петардаларҙың һәм фейерверктарҙың мотлаҡ ярашлылыҡ сертификаты, инструкцияһы булырға тейеш. Күҙгә күренгән етешһеҙлеге булғандарын файҙаланмағыҙ.
Пиротехника ҡулланыр алдынан хәүефһеҙ урын һайлағыҙ. Был торлаҡ йорттарҙан алыҫта, ағастарһыҙ һәм ҡаралтыларһыҙ ирекле асыҡ майҙансыҡ булырға тейеш. Фейерверк булған урындан 100 метр радиуста янғын сығыу хәүефе булған объекттар, автомобиль туҡталҡалары, ағас һарайҙар, еңел тоҡанып китеүсе материалдар булмаҫҡа тейеш. Тамашасылар өсөн майҙансыҡтан минималь ара - 35 метр.
Мөһим! Торлаҡ йорттар янында пиротехник ракеталар ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Улар форточкаға, балконға йәки сарлаҡҡа инеп, янғын сәбәбе булыуы мөмкин. Шулай уҡ ярамай:
- салюттарҙы ҡулдан ысҡындырырға;
- пиротехниканы ҡулланған ваҡытта уның өҫтөндә эйелергә;
- балаларға пиротехник изделиеларҙы үҙаллы тоҡандырырға рөхсәт итергә;
- еүешләнгән петардаларҙы йәки фейерверктарҙы батареяларҙа, йылытҡыстарҙа һәм башҡаларҙа киптерергә.
Янғын сыҡҡан осраҡта ни эшләргә:
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғын хәүефһеҙлеге сараларын теүәл үтәү - ул Һеҙҙең именлегегеҙ, ғүмерегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлау нигеҙе!