Айҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә йыл һайын энергетиктар һөнәри байрамын билдәләй. Быйыл ул 22 декабргә тура килә.
Йәш белгес Тимур Юлтимеров өсөн был байрам беренсеһе. Аптраҡ ауылында тыуып- үҫкән егет ауыл мәктәбендә уҡығандан һуң Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында белем ала, спортта, уҡыуҙа ла алдынғылар исемлегендә була. Индустриаль колледжда электр ҡорамалдарын ремонтлау һөнәренә уҡып сыға. Хәрби хеҙмәте Калининград өлкәһенең Балтик флотында үтә. Бында ул ир-егет мәктәбен үтә, дуҫлыҡ һәм бер-береңә терәк булыуҙың ниндәй ҙур көскә эйә булыуын аңлай. Өлкән матрос һалдат егетмен тигән егет мотлаҡ Тыуған ил алдында бурысын үтәргә тейеш тигән фекерҙә.
Тимур бәләкәйҙән апай-һеңлеләренә электр ҡормалдарын йүнәтеп шатландыра, үҫә төшкәс йорттағы кәрәк-яраҡҡа икенсе һулыш бирә. Тап ошо шөғөлө буласаҡ һөнәренә һөйөү уята. Өс тиҫтә йыл ауылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хаммат Вәлиулла улы әҙәбиәткә, телгә ихтирам тәрбиәләһә, әсәһе Әлфидә Вәкил ҡыҙы теүәллек һәм тәртипкә өйрәтә.
Бөгөн Тимур Юлтимеров “Башкирэнерго” компанияһының Бельский участкаһында эшләй. Йәш егеттең тырышлығын мастер Алик Сазанбаев, хеҙмәттәштәре лә та маҡтау һүҙҙәре менән дәлилләй.
-Йәш булыуына ҡарамаҫтан Тимур электр һөнәре нескәлектәрен тиҙ үҙләштерә. Эш юғары көсөргәнеш менән бәйле, һаҡлыҡ саралары ла мотлаҡ - сөнки төрлө бейеклектә эшләргә тура килә. Электрик тыныс, үҙенә генә түгел, башҡаларға ла иғтибарлы булырға тейеш”, - ти Алик Наил улы.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.