

Литрес китап сервисы, ВТБ һәм «Читай-город» федераль китап магазиндары селтәре яңы йыл байрамдары алдынан тикшеренеүҙәр үткәрә һәм рәсәйлеләрҙең әкиәттәргә нисек ҡарауын асыҡлай. Респонденттарҙың күпселеге (83%) мөғжизәләргә ышана. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, 83% мөғжизәләргә ышана, шул уҡ ваҡытта 68% әкиәттәрҙе уҡый һәм тыңлай. Бала сағында әкиәттәрҙе уларға йыш ҡына әсәй йәки өләсәй (77%) һөйләгән.
Ата-әсәләр балаларға әкиәт уҡығанда уларҙың фантазияһы үҫә (16 процент), стандарт булмағанса фекерләй һәм ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын таба (14 процент), шулай уҡ тотороҡло әхлаҡи ҡиммәттәр (12 процент) формалаша тип иҫәпләй.