Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
25 Декабрь 2025, 07:00

Янғынға ҡаршы режим индерелде

Яңы йылды хәүефһеҙ ҡаршылайыҡ!   

  Район-ҡалала 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы режим индерелде.

Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙы эвакуация юлдарының асыҡ булыуы мөһим. Мунса мейесе, торбаларҙың  төҙөклөгөн  бер тапҡыр тикшерегеҙ.

Магазинда пиротехника һатыла башланы. Яңы йыл байрамын салют менән биҙәргә теләгәндәр хәүефһеҙлек тураһында онотмаҫҡа тейеш.
 Пиротехниканы махсус кибеттәрҙән генә алығыҙ. Ҡалала улар 7 сауҙа нөктәһендә һатыла. Уның сертификаты, рус телендә инструкцияһы булырға тейеш. Фейерверк аттырам тип, ҡазаға тарып ҡуймағыҙ. Яраҡлылыҡ ваҡытын тикшерегеҙ, ҡулланыу ҡағиҙәләрен ентекле уҡығыҙ. Йорт, ағас ҡаралтыларға яҡын атмағыҙ!

Байрам тыныс һәм хәүефһеҙ үтһен!

Янғынға ҡаршы режим индерелде
Янғынға ҡаршы режим индерелде
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас