Яңы йыл алдынан терроризмға ҡаршы комиссия һәм оператив төркөмдөң ултырышы үтте. Быйылғы йылдың һуңғы ултырыштың төп темаһы – хәүефһеҙлек.
Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин ултырыш барышында Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары осоронда күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы байрамдарҙы үткәреүгә яуаплы етәкселәрҙең сығышына тәҡдим һәм төҙәтмәләр индерҙе, террорға ҡаршы көрәш һәм хәүефһеҙлектең мөһимлеге тураһында белдерҙе. Мәләүез районы Эске эштәр бүлегенең йәмәғәт хәүефһеҙлеге бүлеге начальнигы урынбаҫары Виталий Урчев байрамдарға әҙерлек һәм уның барышында биналарҙың, объекттарҙың терроризмға ҡаршы хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса саралар тураһында хәбәр итте.
Мәғариф учреждениеларында ҡышҡы каникул мәлендә уҡыусыларға хәүефһеҙлек талаптары тураһында әңгәмә, класс сәғәттәре уҙғарыу мөһимлеге тураһында сығыш тәҡдим ителде. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт клубтарында, ауыл хакимиәттәрендә спорт һәм мәҙәни саралар уҙғарыу, балалар һәм ололар өсөн Яңы йыл иртәлектәре, байрам-тантаналарҙа хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәү мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Экстремистик күренештәр барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы ваҡытында асыҡлау өсөн районда этник һәм конфессия-ара хәлде мониторинглау алып барыла. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре дин әһелдәре вәкилдәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән йүнәлешле эш алып бара.
Ултырыш аҙағында терроризмға ҡаршы комиссияның 2025 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм маҡсаттар билдәләнде.