Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
3 Ғинуар , 13:00

Биҙәктәрҙә - күңел йылыһы

       

Биҙәктәрҙә - күңел йылыһыБиҙәктәрҙә - күңел йылыһы
Биҙәктәрҙә - күңел йылыһы

Шәл бәйләү боронғо кәсептәрҙең береһе. Үткән быуатта уны ҡатын-ҡыҙҙар күпләп бәйләне, бер-береһенә килеп кис ултырыуҙар тиһеңме, өмә итеп мамыҡ иләүҙәр һәм башҡалар. Сөнки шәл һатҡан аҡса ғаилә бюджетын ныҡ ҡына тулыландыра, кәрәк-яраҡ алыу, кейенеү барыһы ла ошо аҡсаға алына ине. Шәл һатып оло әйбер алған кешеләр ҙә булды.  Бөгөнгө көндә был кәсеп юғалғандан юғала бара, сөнки шәл ҙур һорау менән ҡулланылмай, ә дебет бик ҡиммәт тора. Шулай ҙа ҡул эшенә оҫта милләттәштәребеҙҙең был шөғөлдө әле һаман дауам итеүҙәре һөйөнөс уята. Шундайҙарҙың береһе менән осрашып һөйләшеү бәхете тейҙе.

Гөлсимә Фәнил ҡыҙы Иҫәнғолова Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Сығышы менән иркен далалары менән дан тотҡан Федоровка районы Бала-Сытырман ауылынан. Мәктәпте тамамлап ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған ҡыҙ баш ҡалаға юллана. Медицина училещеһына уҡырға керә. Доньяны, кешеләрҙе яратҡан ҡыҙ шәфкәт туташы булырға ниәтләй. Училещены  уңышлы тамамлап ике йыл Республика клиник больницаһында шәфҡәт туташы булып эшләгәндән һуң Мәләүез ҡалаһына ҡайта. 30 йыл реанимацияла шәфҡәт туташы булы хеҙмәт итә ул. Шулай ал ял белмәй тырышып эшләп йөрөгән сағында ҡурҡыныс диагноз ҡуялар. «Апай, үпкәгеҙҙә метастаза башланған, рактың һуңғы стадияһы» - тип Өфөгә операцияға юллама тотторалар. Был һүҙҙәр үлем язаһы кеүек яңғырай, ҡыҙҙарының киләсәге өсөн хафаланған әсә ҡайғыра ҡайғыра юлға сыға. «Урыҫтарҙың Пасхаһы бара ине, автобусҡа байтаҡ ҡына прихожандар кереп тулды, «вера поможет», «Всевышний не оставит», «человек может исцелит себя» - тигән һүҙҙәре ҡолағыма салынып ҡалды. Барлыҡ белгән доғаларымды уҡып ятып йоҡлап киткәнмен. Операциям уңышлы тамамланлы, анализдарым яҡшырҙы, ҡурҡыныс диагнозым раҫланманы» - тип иҫләй Гөлсимә апай. Тик һөнәрен ҡалдырырға тура килә уға. Төрлө хәлдәрҙән дә позитив, файҙа күрә белгән апай, аптырап ҡалмай, яратҡан ҡул эштәремде эшләргә күберәк ваҡыт ҡала тип уйлай, ҡалала «Мәләүез биҙәктәре» тип аталған түңәрәк ойоштороп ебәрә. Унда ҡул эштәрен яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар йыйыла. Күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йылыһы биреп бәйләй шәлдәрен Гөлсимә апай. Шәл ситтәренә төрлө төрлө биҙәктәр һала, ҡайһы бер биҙәктәрҙе оҫта үҙе уйлап тапҡан. 2017 йылда беренсе тапҡыр «Башҡорт шәле» конкурсында ҡатнашып Гран-приға яулай. Әйткәндәй һигеҙ йыл эсендә төрлө наминацияларҙа дүрт тапҡыр Гран-приға лайыҡ була ул. Былтыр түңәрәктә йөрөгән 5 ҡатын-ҡыҙҙы конкурсҡа алып барған һәм икенсе урын яулағандар. Бында Гөлсимә Фәнил ҡыҙының өлөшө ҙур. Ошо конкурста тағы ла бер ярыш ойошторғандар, «Кем тиҙерәк бәйләп бөтә?». Әлбиттә Гөлсимә апайҙың алдына сығыусы булмай, беренсе урынды яулап аҡсалата премияға лайыҡ була ул. 2023 йылда шәхси эшҡыуар булып теркәлә. Шәлдәрен төрлө площадкаларҙа һата. Быйыл декабрь айында үткән «Халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре өлкәһендә иң яҡшы шәхси эшҡыуар» конкурсында еңеү яулай. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән бер рәттән аптекала ла эшләй ул. «Кешеләргә йылмайып ҡарағыҙ, йылмайыу оло көскө эйә тип әйтә торғайны әсәйем, ысынлап та дарыу алырға килгән һәр бер кешене йылмайып ҡаршы алам, матур комплименттар әйтеп һөйөндөрәм. «Һеҙ минең көнөмдө яҡтырттығыҙ» - тип рәхмәттәр әйтеп сығып китһәләр үҙем дә шатланып тороп ҡалам» - тип йылмая Гөлсимә апай. Тормоштоң әсәһен дә сөсөһөн дә татыған әңгәмәләшем доньяның бар матурлығын тойоп йәшәй. Уйҙары яҡты, үҙе ихлас ханымдан йылылыҡ, яҡтылыҡ бөркөлөп тора ә күҙҙәрендә нур сатҡылары сағыла. Һәр бер кеше Яңы йыл етер алдынан үткәндәренә йомғаҡ яһай, киләсәккә пландар ҡора. Гөлсимә апай ҙа быйылғы ҡаҙаныштарына шөкөр итеп киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй. Беҙ уға киләсәктә лә ижад шишмәләренең тулып тороуон, тилбер ҡулдарының арымауын, уйлаған ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Автор:Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас