Ноябрь аҙағына теркәлгән эшһеҙлек кимәле 0,63 процент тәшкил итә, йыл башынан 0,2 процент пунктына кәмегән. Халыҡ — ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙлек кимәле лә рекордлы түбән булып ҡала-өсөнсө кварталда был күрһәткес 2,2 процент тәшкил итә. Нимә түбәнәйеү тенденцияһына йоғонто яһай? Был нисек кенә тыйнаҡ булмаһын, әммә тәү сиратта быға федераль һәм республика властары яғынан предприятиеларға һәм граждандарға ярҙам саралары булышлыҡ итә. Улар араһында-эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу, йәмәғәт эштәрен ойоштороу, предприятие хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу һәм ҡайтанан уҡытыу һәм башҡалар. Икенсенән, үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеү үҫешенә йоғонто яһай.
Республикала 1 ноябргә 174 мең үҙмәшғүл теркәлгән, йыл башынан алып үҫеш 39%.
Өсөнсөнән, быйыл 10 айҙа 29 меңдән ашыу хеҙмәткәр легалләштерелгән. Ә 2015 йылдан алып бөтәһе 387 меңгә яҡын кешене легаллләштереү мөмкин булды дүртенсенән, республикала 1,8 меңдән ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, инвестицияларҙың дөйөм күләме 815 миллиард һум тәшкил итә һәм 40 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыла. Әлбиттә, был саралар хеҙмәт баҙарындағы хәлгә ыңғай йоғонто яһай.
Бынан тыш, ҡайһы бер сит ил компаниялары китеү менән беҙҙең предприятиелар буш торған нишаларҙы биләй, яңы производстволарҙы үҙләштерә һәм был да — яңы эш урындары. Икенсе эш, был яңы эш урындарында эшләү өсөн хеҙмәт ресурстары етмәй. Йәғни бер яҡтан, түбән эшһеҙлек -ыңғай факт, әммә миҙалдың кире яғы — кадрҙар етешмәү, беҙ уны хәҙер хеҙмәт баҙарында күҙәтәбеҙ. Бөгөнгө көнгә республика предприятиелары мәшғүллек хеҙмәтенә 49 мең хеҙмәткәрҙең етешмәүе тураһында белдерҙе (хәҙер «Рәсәйҙә эш» порталында тап шул тиклем вакансия урынлаштырылған), шуларҙың 70 проценты — эшсе һөнәрҙәре буйынса. Төҙөлөш, эшкәртеү производстволары һәм файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә иң киҫкен хәл. Әгәр дөйөм алғанда республика буйынса бер эшһеҙ гражданға 4 вакансия тура килһә, әлеге секторҙарҙа бер дәғүәсегә 8 вакансия тура килә. Шул уҡ ваҡытта мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең яртыһы — бизнес, администрация, хоҡуҡ, гуманитар фәндәр, мәҙәниәт, медицина өлкәһендә эш эҙләгән хеҙмәткәрҙәр.