1 ғинуарҙан Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республика халҡының страховка пенсияларын 7,6% индексацияланы. Индексация 1 миллиондан ашыу пенсионерға ҡағылды, һөҙөмтәлә республикала ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 25 682 һумға етте.
Шәхси пенсия коэффициентының хаҡы һәм страховка пенсияһына билдәләнгән түләү күләме лә шунса уҡ процентҡа арттырылды. Бер шәхси пенсия коэффициентының хаҡы 145,69 һумдан 156,76 һумғаса, страховка пенсияһына билдәләнгән түләү күләме 8 907,70 һумдан 9 584,69 һумғаса күтәрелде.
Рәсәйҙең Социаль фондында белдереүҙәренсә, ғинуар өсөн индексацияланған пенсиялар түбәндәге график буйынса таратыла:
— почта ойошмалары аша – 3 ғинуарҙан 25-нә тиклем,
— банк иҫәптәренә – ағымдағы айҙың 21-ендә һәм 23-өндә.
Һәр айҙың 12-се көнөндә алғандарға арттырылған пенсия ваҡытынан алда — 30 декабрҙә бирелде.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентилығы / архив