Һарыш мәктәбендә уҡыусыларға белем биреү һәм уларҙың һаулығын һаҡлау - беренсел мәсьәлә. Уҡытыусылар коллективы, ата-әсәләр һәм ауыл халҡы ҡатнашлығында уҙған йомғаҡлау йыйылышында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” ярҙамында мәктәп тәҙрәләрен замансаға алмаштырыу буйынса ҡарар ҡабул ителде. Инициатива төркөмө документация әҙерләү, халыҡ менән аңлатыу эше алып бара.
Башлаған эште уңышлы атҡарып сыҡһаҡ, мәктәп тағы ла яҡтырыбыраҡ китәсәк.
Салауат КИЛДЕБАЕВ, Һарыш мәктәбе директоры.