

Уға үҙ еренең илһөйәре Урал Мөхәмәтшин нигеҙ һалған.
“Урал” колхозында бригадир ярҙамсыһы булып эшләгәндә Урал Ғиниәтулла улы комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара, һуңынан партия эштәрен алып бара. Шул ваҡытта уҡ ул ауыл тарихы, ауылдаштары тураһында архив материалдары туплай башлай.
- Үткән быуаттың 80-се йылдар уртаһында һыуһаҡлағыс төҙөгән ваҡытта беҙҙең ауыл республикала ғына түгел, илдә лә билдәле була. Ҙур техника ерҙе соҡоп, тирә-яҡ һуғыш яланын хәтерләтә ине. Кешеләр ҙә ике ут араһында ҡалды: кемдер ҡаршы, ә кемдер төҙөлөш яҡлы, - тип иҫенә төшөрә ул ваҡыттарҙы Урал Мөхәмәтшин. - Миңә лә ошо “ҡаҙан”да ҡайнарға тура килде. Ул саҡта бик күп журналистар килде, документаль фильмдар төшөрөлдө, ә Борис Павловтың «Покушение на заветное» китабында беҙҙең тарихыбыҙ һүрәтләнә. Ошо ваҡыт эсендә мин архив материалдарын, фотоһүрәттәрҙе, хаттарҙы һәм документтарҙы йыйыуҙы дауам иттем. Улар минең өйөмдә һаҡланды.
Иштуған ауылы музейы 2003 йылда март айында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов асҡан йәмәғәт үҙәгенән бер аҙ һуңыраҡ барлыҡҡа килде.
- Халыҡ был ваҡиғаға бик шатланды. Бында йәмәғәт үҙәгенең барлыҡҡа килеүен емереклектәр өсөн әхлаҡи компенсация тип ҡабул итте. Был урында “Көнкүреш йорто” булды, - тип һөйләүен дауам итә Урал Ғиниәтулла улы. - Был көрәш тарихын һаҡлап ҡалыу мөһим ине, тап ошо маҡсаттан музей булдырыу кәрәклеген аңланым. Иштуғандағы мәктәп ябылғас, уның архивы ла миңә күсте.
Фотоларҙа - хәтирә
Музей стендтарында иҫке мәктәпте тамамлаусыларҙың альбомдары һаҡланған, бында фотолар ғына түгел, хәтирәләр ҙә бар. Бәлки, улар хатта уҡыусыларҙың үҙендә лә юҡтыр. Шуныһы ҡыҙыҡ, ул ваҡытта уҡ белем биреү учреждениеһында фото түңәрәге булған, әле бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә ундай кабинет юҡтыр. Балалар баҫыуҙарҙа һәм фермала эшләп, тыуған ауыл халҡына һәм ветерандарға ярҙам итеүҙе мөһим тип һанаған. Мәктәптә бал ҡорттары менән умарталар ҙа булған. Быларҙың барыһы тураһында ла фотолар һаҡлана музейҙа.
- Мәктәп участкаһында төрлө үҫемлек, йәшелсә ултыртылды. Йыйылған уңышты халыҡҡа һаттылар. Колхозға шулай ярҙам иттеләр, ҡайһы бер уҡыусылар комбайнсылар ярҙамсылары булды, - ти Урал ағай, альбом биттәрен ҡарап сығып. - Ә бына почта аша Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә хаттар килгәйне. Күбеһенсә Германия балалары менән аралаштылар, балалар бер-береһен байрамдар менән ҡотланы.
Ул ваҡытта сит ил уҡыусыһының адресын алыу еңел ине, сөнки мәктәптәрҙә махсус программа булған. Балалар башлыса ГДР, Польша, Чехословакия кеүек социалистик илдәрҙәге балалар менән хатлашҡан. Был программаның төп маҡсаты халыҡ-ара бәйләнештәр булдырыу һәм нығытыу. Хатты ҡарау айырыуса ҡыҙыҡлы: матур стандарт булмаған конверт, ҡағыҙ бите, ә ҡайһы берҙәре бүләк итеп наклейкалар ебәргән. Ул саҡта был «хазина табыу» кеүек тойола.
Батырҙарға мәңгелек дан
- Хәтер даими булырға тейеш. Иштуған һәм Һыртлан халҡы ярҙамы менән беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ғаилә архивынан уникаль фотоһүрәттәр йыйып алдыҡ. Һуғышта ҡатнашыусылар һәм шаһиттар быуыны китә, ләкин улар һәм шул осор тураһында иҫтәлектәр йәшәргә һәм йәштәргә тапшырылырға тейеш, - ти Урал Мөхәмәтшин. - Бында фотолар ғына түгел, шәхси әйберҙәр ҙә бар. Бына мәҫәлән, Әбделмән Байрамғоловтың миҙалдарын улы музейға тапшырҙы. Советтар Союзы Геройы Садиҡ Сайранов тураһында материалдарҙы Һыртлан ауылы мәктәбенән бында күсерергә булдыҡ. Уның документтары, портфель, хаттары, шәхси әйберҙәре лә бар – бөтәһен дә ҡатыны бирҙе.
Был мәғлүмәт стенды ғына түгел, ул кешеләрҙең биографиялары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, Ватаныбыҙҙы фашистик Германиянан азат итеүҙә ҡатнашҡан яҡташтарҙың батырлығы тарихы. Ветерандарҙың шәхси әйберҙәренә ҡағылып, һуғыштың фажиғәле генә түгел, ә батырҙар осоро булыуын да аңлайһың.
Һыртлан һәм Иштуған халҡы мираҫты һаҡлауға әүҙем ҡатнаша
Был музей иҫке фотоһүрәттәр һәм яҙмалар архивы ғына түгел, бында боронғо заманда ҡулланылған көнкүреш әйберҙәре лә бар. Бәлки, йәш быуын уның ни өсөн ҡулланыуын да аңламаҫ, әммә тәжрибәле ярты ғүмерен тарихты һаҡлауға бағышлаған гид менән һәр сер асылыр кеүек.
- Һыуһаҡлағысты төҙөү өсөн карьер ҡаҙғанда мамонт теше табыла. Башта ул Иштуған урта мәктәбенә тапшырыла, уны япҡандан һуң мин уны музейға алдым, - тип йылмая Урал Ғинниәтулла улы. - Беҙҙең ер бик бай, мәҫәлән, музейҙа тимер мәғдәне лә бар, уны миңә класташым Рим Буранғолов тапшырҙы. Ул мәғдән тапҡан урынды әйтмәне, әммә беҙҙең ерҙә лә булыуын иҫбатланы.
Ә һеҙ ҡул тирмәндәре төрлө булыуы ихтимал икәнен белә инегеҙме? Ғәҙәттә ҡарағастан эшләнгәндәре осрай, унда ике түңәрәк ағас металл ҡулсалар менән тарттырыла. Ә музейҙа ике ҙур көс етмәҫлек таштан эшләнгәне бар. Бында йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм балыҡсылыҡ предметтары айырым урын биләй. Ә бына ағастан эшләнгән ырғаҡ, күпме арҡандар өҙөлгәндер инде...
- Сынбулат ағайҙарҙың олаталары солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, уларҙың өй башында ағастың тамырынан эшләнгән күтәргес (ролик рәүешендә) һаҡланып ҡалған. Бындай ҡомартҡылар һәр өйҙә булмаған бит ул. Был әйберҙәрҙең барыһы ла ихаталар буйлап, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының мәғлүмәттәрен яҙып алған саҡта йыйылды. Кемдер шатланып тарихта ғына тороп ҡалмаһын, һаҡланһын тип бирҙе. Кемгәлер айырылыу ауыр ине, сөнки был иҫтәлек, тик аҙаҡ бер аҙ уйланыуҙан һуң килтергәндәр ҙә булды, - тип хәтерләй Урал ағай. - Күптәр музейға тапшырыу яҡшыраҡ икәнен аңланы, был бит ҙур тарих.
Музейға килегеҙ, хәтирәләргә сумығыҙ
Йылға буйында йәшәгән халыҡ балыҡ тотҡан. Нәрәтә һәм нурҙа кеүек ҡулайламалар һәр өйҙә булғандыр, хәҙер уларҙы эшләгән оҫталар кәмегән.
- Балыҡ тотоу өсөн ике һәм өс ҡанатлы нәрәтәләр ҡулланылған. Был ҡорамалды йылымдың селтәренән эшләгәндәр. Уртала һәм ике яҡ ситтә мурҙалар, уларҙы тоташтырған өлөшө шаран тип атала. Балыҡ шаранға килеп терәлә лә сығырға юл эҙләй башлай һәм мурҙаларҙың береһенә инергә мәжбүр була. Унан кире сыға алмай, - тип аңлатты Урал Ғинниәтулла улы. - Ә бына был мурҙаны, мин һорағас, Нурислам Нурасов эшләп килтергәйне. Уны бөгөн дә йылғаға һалһаң, балыҡ тотоп була, - тип йылмайып ҡуйҙы ағай.
Колхоз ваҡытында эшселәрҙе һыйлаған баһадир самауыр, санаға имән бөгөргә эшләнгән ҡорамал, боронғо ос һәнәге - нимә генә осратмайһың был музейҙа!
Иштуған ауылы музейы туристар һәм тикшеренеүселәрҙе, ысын мәғәнәһендә, йәлеп итеү үҙәге була ала. Энтузиаст тырышлығы менән күрше ауылдарҙың мәҙәни байлығын һаҡлауға булышлыҡ иткән, ҙур коллекция тупларға мөмкин. Музейға барыу тыуған яҡтың тарихи үҫешен тәрән аңларға һәм заман бәйләнешен тойорға мөмкинлек бирә.
Тыуған илебеҙҙең тарихы менән танышырға теләүселәрҙең барыһын да саҡырабыҙ!
Гөлназ САЛАУАТОВА.
Автор фотолары.
Һүрәттә: Урал Мөхәмәтшин музейҙа йыйылған һәр бер әйберҙең тарихын һөйләп бирә ала.