

Студент саҡ - кеше тормошоноң күңелле ваҡиғаларға бай бер осоро. Ата-әсә ҡанаты аҫтынан сығып, тыуған йорттан айырылып, күп осраҡта таныш түгел урында үҙ аллы тормош башлау, киләсәккә һөнәр алыу, белем туплау еңел булмаһа ла, ул бөтә заманда ла йәшлектең эскерһеҙ, өмөт менән туҡылған мәле булып ҡала.
Бөгөнгө студент нисек йәшәй? Киләсәккә ниндәй маҡсат ҡуя? Хыялдары ни тиклем бейек?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн беҙ Өфө ҡалаһы студенты, Мәләүез ҡыҙы Илнара Таһирова менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
2023 йылда Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң, Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингән ҡыҙ, бөгөн юғары уҡыу йортоноң өсөнсө курсында көндөҙгө бүлектә «Дөйөм практика юрисы» һөнәре буйынса белем ала.
- Мәктәп йылдары күңелле ваҡиғаларға бай, әүҙем һәм ҡыҙыҡлы булды. Үҙ идеяларымды үҫтереү һәм тормошҡа ашырыу өсөн төрлө сара һәм проекттарҙа мөмкин тиклем күберәк ҡатнашырға тырыштым. Тап әүҙем тормош мине мәктәптә һәм ҡалала күптәргә билдәле итте. Ҡала мәктәп советы рәйесе, «Яңы быуын» ирекмәндәр штабында ирекмән, «Йәш гвардия» хәрәкәтендә ҡатнашыусы, шулай уҡ район ҡарамағындағы йәштәр советы ағзаһы булдым, - тип һөйләй Илнара.
Тырыш ҡыҙ «21-се быуат лидеры», «Гагарин кубогы», «Ағиҙел», «Аҫылташ», «Ныҡ бул!» кеүек республика,муниципаль конкурс, олимпиада һәм форумдарҙа ҡатнашып, еңеү яулай.
Төрлө саралар уға ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу мөмкинлеге бирә. Яңы танышлыҡ һәм тәжрибә лидерлыҡ, яуаплылыҡ һәм команда эшенең мөһимлеген аңларға ярҙам итә. Ул бер идеяның ысынбарлыҡты үҙгәртеү һәләтенә эйә булыуын аңлай. Иң мөһиме - үҙенә ышаныс арттыра һәм башҡаларға терәк булырға өйрәтә, холҡон һәм ҡиммәттәрҙе нығытҡан тәжрибә була...
Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 4-се һанында баҫылды.