Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
26 Ғинуар , 09:20

Тыуған еренән көс алып йәшәй ул

Әхмәҙулла Сәхиулла улы сығышы менән Эткөсөк ауылынан. Аталары  һаулығы буйынса фронтҡа алынмай, Йомағужа ауылында офицерҙар өсөн итек тегә. Ғаиләһен дә  үҙе янына күсереп ала, әммә бер нисә йылдан  кире үҙ ауылына ҡайталар.

Еңел хәрәкәт менән ҡар көрәгән мәҡәләбеҙ геройына һоҡланмай мөмкин түгел
Бельский ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны  Әхмәҙулла Вәлишин ошо көндәрҙә  90 йәшлек юбилейын билдәләй. Редакциянан  килеүебеҙ тураһында әйтеп, үҙебеҙ менән таныштырғас,  алһыуланған бит алмаларын һөртөп өйгә саҡырҙы. Ихатала  һәр нәмәнең үҙ урынында булыуы  хужаның уңғанлығы тураһында һөйләй.

Әхмәҙулла Сәхиулла улы сығышы менән Эткөсөк ауылынан. Аталары  һаулығы буйынса фронтҡа алынмай, Йомағужа ауылында офицерҙар өсөн итек тегә. Ғаиләһен дә  үҙе янына күсереп ала, әммә бер нисә йылдан  кире үҙ ауылына ҡайталар. Ошонда 3 класс уҡығас,  колхозға эшкә инә. Ғәжәйеп асыҡ аҡыл һәм йәшәүгә ынтылыш һаҡлап ҡалған юбиляр еңел булмаған хеҙмәт биографияһын яҡшы хәтерләй.

  • Һуғыштан һуң ауыр йылдарҙың шаңдауы  беҙҙең быуын  иңенә ныҡ ҡына төштө.  Фронттан ҡайтҡандар менән бер сафҡа баҫып, биш йыл дауамында ир-егет ҡулы теймәгән сәсеүлекте эшкәрттек, һарайҙар төҙөнөк. Оло ағайҙарҙың “Фашистарҙы ғына еңгәс, тыуған еребеҙҙе гөл-сәскә баҡсаһына әйләндерәсәкбеҙ” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен  үҫмер  аҡылы менән аңлап етмәй инем.  Ысынлап та, фермала ла, яланда ла алһыҙ-ялһыҙ эш дауам итте, яйлап колхозға техника алынды.

Әбет ауылының иң тырыш ҡыҙҙарының береһе Гөлсөм Ғәлиулла ҡыҙы менән ғаилә ҡорҙоҡ. Тап ошо йылдарҙа Бельский ауылындағы хужалыҡҡа эшселәр кәрәк булыуын ишетеп, булғанын байлығыбыҙҙы бер төйөнсөккә төйнәп, ошонда күстеп килдек. Хеҙмәт кешеһе почетта, ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнек. Мин мал көттөм, ҡатыным һауынсы булды. Ғаилә ишәйҙе, балалар бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе алды. Ҡатынымдың бөтмөрлөгө, аҡылы, тырышлығына бөгөн  дә рәхмәтлемен. Үҙен йәлләмәне, мин дә һаҡлай алманым, ферманан һуң сөгөлдөр баҫыуына йүгерҙе, шул арала балаларға ашарға әҙерләргә, мейес тултырып икмәк бешерергә, кейемен йыуырға, тегергә, бәйләргә лә өлгөрөр ине. Элек туғандар ғына түгел, бөтә ауыл аралашып йәшәне. Мин мандолинала уйнайым, Гөлсөм йырлай –шулай эшләп кенә түгел, йырлап та йәшәнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр сир ҡәҙерлемде беҙҙең аранан ваҡытһыҙ алып китте. Гөлдәр ҡыҙым, Әхмәр улым да гүр эйәһе. Көн дә уларҙың рухына  бағышлап доға ҡылам, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты аҡһаҡал.

Техниканы яҡшы белгән тырыш хеҙмәткәрҙе  механизатор итеп күсерәләр. Был тәңгәлдә лә һынатмай, алдынғылар исемлегенән төшмәй.  Йыл йомғағы буйынса “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән исемгә лә лайыҡ була ул.

72 йәшендә дини белем тураһында таныҡлыҡ ала. Ул тирә-яҡ ауылдарҙа мәсеттәр төҙөүҙә кәңәштәр бирә, уҡыуҙар ойоштора, халыҡ араһында дини байрам, йолалар уҙғарыуға көс һала.

Тағы бер сифаты тураһында әйтмәй булмай – үҙ ҡулы менән өс трактор йыйған кеше лә ул! Шуларҙың икәүһе бөгөн дә эшләй. Балалары  80 йәшлек юбилейына бәләкәй трактор бүләк иткән,  ихатала бөтә эште шуның менән башҡара.  Йәйгеһен баҡса ултырта, емеш-еләк үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫырай. Төрлө тарафта йәшәгән балалары ла ярҙамдан ташламай. Хәҙер инде үҙҙәре өләсәй-олатай булған Илдар, Гөлшат, Фәнил ғаиләләре менән тыуған нигеҙгә  ашҡынып ҡайта, сөнки бында уларҙы ҡәҙерле кешеһе  көтә. Тыуған еренән көс алып йәшәгән шәхестең ғүмер юлы бына шулай ябай һәм  һоҡланғыс.

Беҙ ҙә хеҙмәт ветеранына именлек, һаулыҡ, балалар изгелеге теләйбеҙ!

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА

Тыуған еренән көс алып йәшәй ул
Тыуған еренән көс алып йәшәй ул
Тыуған еренән көс алып йәшәй ул
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас