Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
27 Января , 07:01

Күңел күҙе генә күрер матурлыҡ була

Бәләкәй Шәрип ауылына юл төшкәндә ҡул эше оҫтаһы Фәнис Байгилдиндың йортона һуғылмай китә алманыҡ. Сәбәбе – уның төрлө күргәҙмәләрҙе биҙәгән эштәре менән яҡындан танышыу теләге ине.

Бына ағастан эшләнгән  мәсет макеты, уның манараһындағы ай, тәҙрә, хатта һуҡмаҡтар ҙа ысынбарлыҡтың күсермәһе. Үҙең дә һиҙмәҫтән тап ошо иман йорто алдындағы илаһи тыныслыҡҡа сумаһы килә.

 - Ағас эше кешене түҙемлеккә өйрәтә.  Бер тотонһаң, айырылырмын тимә, - ти оҫта. Мәсет макетын эшләү айырыуса иғтибар талап итте. Бындай матурлыҡ тыуҙырыу өсөн йүкә ағасы яҡшы. Ботаҡтарҙы алып ҡайтыу менән эшкә тотоноп булмай, уларҙы еләҫ, ҡояш  төшмәгән күләгәле урында киптерҙем.  Иң беренсе балта, һуңынан бысаҡ менән юндым. Бер нисә тапҡыр наждак ҡағыҙы менән ботаҡтарҙы  тигеҙләнем. Тәҙрә, ишек уйымын линейка менән үлсәп, бәләкәй генә быяла ла ҡуйғайным, ысын иман йортона әйләнде лә ҡуйҙы. Эшкә тотонор алдынан  төрлө сығанаҡтарҙан мәсет төҙөлөшө менән танышырға тура килде, - ти Фәнис Мөхәрәм улы. Ел тирмәне макетын эшләү идеяһы менән янған оҫта ситәндән тауыҡ ояһы үрә, онотола барған  кәсептәрҙең береһе - быйма баҫа, мейес сығара, хатта йорттарға йылылыҡ селтәре лә үткәрә. Ауылдаштары ғына түгел, сит райондарҙан да уның хеҙмәте менән ҡулланыусылар бар. Шуны ла әйтеп китеү кәрәк, хужа горельеф форматында йортоноң бер стенаһында башҡорттарҙың тормошон һәм йәшәйешен  һүрәтләгән стенд эшләү теләге менән яныуы тураһында ла белдерҙе, бының өсөн  материалдар туплай башлаған да инде. Бына шундай маҡсаттар менән йәшәй ул бөгөн.

 - Ҡышҡы оҙон төндәрҙә  йәйгеһен туплаған сеймалды эшкәртәбеҙ, әҙерләйбеҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда  төрлө формалы  ағас, ботаҡтар йыйғанына аптырай инем, хәҙер үҙем дә ошондай материалдарҙы күҙ уңынан ысҡындырмайым. Ауылдың еләкле урындарын беләбеҙ, файҙалы дарыу үләндәре  йыйырға яратабыҙ.  Өс баш ат, башмаҡтар бар, баҡса үҫтерәбеҙ. Ауылда малһыҙ йәшәү мөмкин түгел, - тип һөйләшеүгә ҡушыла Гөлназ.

Бына шулай һәр ауылдың үҙ оҫталары, тотонорға йөрьәт итмәгән кәсеп менән шөғөлләнеүселәре бар. Ундайҙар күңел күҙе генә күрер матурлыҡты башҡаларға бүләк итә белә.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Һүрәттә: Бына шундай матурлыҡ тыуҙырыусылар йәшәй Шәрип ауылдында!

 

Күңел күҙе генә күрер матурлыҡ була
Күңел күҙе генә күрер матурлыҡ була
Күңел күҙе генә күрер матурлыҡ була
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас