Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
27 Ғинуар , 11:00

Мөхәббәт һәм нәфрәт араһында бер аҙым

Өфөлә йәшәүсе ҡатынды үлтерергә маташыуҙа ғәйепләйҙәр. Былтыр август айында ҡатын айырылышырға теләгән иренә бысаҡ менән һөжүм иткән.

Мөхәббәт һәм нәфрәт араһында бер аҙымМөхәббәт һәм нәфрәт араһында бер аҙым
Мөхәббәт һәм нәфрәт араһында бер аҙым

Ҡатын балаһының күҙ алдында һөйәркәһенә бер нисә тапҡыр сәнсә.  Ир уның ташланыуына ҡаршы тора, бысағын ҡулынан тартып ала, әммә ул кухняға икенсеһен алырға йүгерә. Шул саҡта яраланған ир уны фатирға бикләп ҡуя. Табиптар яралыны ҡотҡарып ҡала. Ҡатын ғәйепле булыуын таныуҙан баш тарта. Прокуратураның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул анатомия буйынса махсус әҙәбиәтте өйрәнеп, енәйәт ҡылыуға алдан әҙерләнгән. Тиҙҙән енәйәтсене хөкөм итәсәктәр. Баланы тәрбиәгә өләсәһенә тапшыралар.

Мөхәббәт һәм нәфрәт араһында бер аҙым
Мөхәббәт һәм нәфрәт араһында бер аҙым
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас