Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
27 Ғинуар , 10:00

Сангаджи Тарбаев Башҡортостандың туристик тармағы кураторы буласаҡ

Радий Хәбиров дәүләт думаһы делегацияһы һәм тармаҡ белгестәре менән туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе.

Сангаджи Тарбаев Башҡортостандың туристик тармағы кураторы буласаҡСангаджи Тарбаев Башҡортостандың туристик тармағы кураторы буласаҡ
Сангаджи Тарбаев Башҡортостандың туристик тармағы кураторы буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт думаһы делегацияһы һәм туристик тармаҡ вәкилдәре менән төбәктә туризмды үҫтереүҙе тикшерҙе. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров дәүләт думаһының туризм һәм инфраструктураны үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Сангаджи Тарбаевтың республиканың туристик тармағы кураторлығын үҙ өҫтөнә аласағын хәбәр итте. «Уның тәжрибәһе, тоғро һәм аҡыллы кәңәштәре, процестар менән идара итеүҙә ярҙам был тармаҡты үҫтереүгә булышлыҡ итер тип уйлайым», – тип билдәләне төбәк Башлығы. Шулай уҡ Радий Хәбиров Дәүләт думаһы делегацияһы башлығы – «Яңы кешеләр» фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Владислав Даванковтың хаҡында һөйләне.

Владислав Даванков яңы, талантлы сәйәсмәндәр плеядаһынан. «Яңы кешеләр» партияһы эшҡыуарлыҡ мәнфәғәттәрен яҡлай, инновацияларҙы һәм заманса технологияларҙы үҫтереү яҡлы. Уның республикабыҙҙа ла бүлексәһе етерлек", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәбиров.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас