

Шәл бәйләү – халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе. Үткән быуатта ҡатын-ҡыҙ уны күпләп бәйләне, бер-береһенә килеп кис ултырыуҙар тиһеңме, өмә итеп мамыҡ иләү һәм сиратыу кеүек башҡа эштәр бик күңелле үтә ине. Шәл һатҡан аҡса ғаилә бюджетын ныҡ ҡына тулыландыра, кәрәк-яраҡ алыу, кейенеү барыһы ла ошо аҡсаға алынғанын әле лә хәтерләйбеҙ әле. Шәл һатып оло әйбер алған кешеләр ҙә булды.
Бөгөн был кәсеп юғалғандан юғала бара, сөнки шәл ҙур һорау менән ҡулланылмай, ә дебет хаҡы ҡиммәтләнде. Шулай ҙа ҡул эшенә оҫта милләттәштәребеҙҙең был шөғөлдө әле һаман дауам итеүе һөйөнөс уята. Күптән түгел шундайҙарҙың береһе менән осрашып һөйләшеү бәхете тейҙе.
Гөлсимә Иҫәнғолова Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Сығышы менән иркен далалары менән дан тотҡан Федоровка районы Бала-Сытырман ауылынан. Мәктәпте тамамлап ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған ҡыҙ баш ҡалаға юллана. Медицина училещеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап ике йыл Республика клиник дауаханаһында медсестра эшләгәндән һуң Мәләүез ҡалаһына ҡайта. 30 йыл реанимацияла хеҙмәт итә.
Шулай ал-ял белмәй тырышып эшләп йөрөгән сағында уға ҡурҡыныс диагноз ҡуялар. Аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек була был хәбәр, ҡыҙҙарының киләсәге өсөн борсолған әсә барлыҡ көсөн һалып, шәбәйергә тырыша. Хирургтарҙың алтын ҡулы, үҙенең йәшәргә теләгенең көсө, доғалар ярҙамында һауығып сыға. Тик һөнәрен ҡалдырырға тура килә уға. Төрлө хәлдәрҙең дә ыңғай яғын таба белгән апай аптырап ҡалмай. Яратҡан ҡул эштәремә күберәк ваҡыт ҡала тип уйлай һәм ҡалала «Мәләүез биҙәктәре» тип аталған түңәрәк ойоштороп ебәрә. Унда ҡул эштәрен яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар йыйыла. Күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йылыһы биреп бәйләй шәлдәрен Гөлсимә Фәнил ҡыҙы. Шәл ситтәренә төрлө төрлө биҙәк һала, ҡайһы бер биҙәктәрҙе оҫта үҙе уйлап тапҡан.
Конкурстарҙа ла ҡатнашырға баҙнат итә. 2017 йылда беренсе тапҡыр «Башҡорт шәле» конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулай. Әйткәндәй, һигеҙ йыл эсендә төрлө номинацияларҙа дүрт тапҡыр Гран-приға лайыҡ була ул. Былтыр ноябрь айында түңәрәктә йөрөгән 5 ҡатын-ҡыҙҙы ошо конкурсҡа алып барған һәм биш дипломға лайыҡ булып, икенсе урын алып ҡайтҡандар. Бында ла мәҡәләбеҙ геройының өлөшө ҙур.
Ошо конкурста «Кем тиҙерәк бәйләй» тигән махсус ярыш ойошторғандар. Әлбиттә, Гөлсимә апайҙың алдына сығыусы булмай, беренсе урынды яулап аҡсалата премияға лайыҡ була ул. 2023 йылда шәхси эшҡыуар булып теркәлә. Шәлдәрен төрлө майҙансыҡтарҙа һата. Декабрҙә үткән «Халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре өлкәһендә иң яҡшы шәхси эшҡыуар» конкурсында еңеү яулай. Яҡты йөҙлө әңгәмәсем бер эш менән генә туҡталмай, шәхси эшҡыуарлыҡ менән бер рәттән дарыуханала ла эшләй.
Кешенең бер нисә килем сығанағы булырға тейеш, тип иҫәпләй егәрле ханым. «Кешеләргә йылмайып ҡарағыҙ, йылмайыу оло көскө эйә тип әйтә торғайны әсәйем, ысынлап та, дарыу алырға килгән һәр бер кешене йылмайып ҡаршы алам, матур комплименттар әйтеп һөйөндөрәм. «Һеҙ минең көнөмдө яҡтырттығыҙ» - тип рәхмәттәр әйтеп сығып китһәләр үҙем дә шатланып тороп ҡалам», - тип йылмая Гөлсимә апай.
Тормоштоң әсәһен дә сөсөһөн дә татыған әңгәмәләшем донъяның бар матурлығын тойоп йәшәй. Уйҙары яҡты, үҙе ихлас ханымдан йылылыҡ, яҡтылыҡ бөркөлөп тора, ә күҙҙәрендә нур сатҡылары сағыла. Һәр бер кеше Яңы йыл етер алдынан үткәндәренә йомғаҡ яһай, киләсәккә пландар ҡора. Гөлсимә апай ҙа быйылғы ҡаҙаныштарына шөкөр итеп киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй. Беҙ уға киләсәктә лә ижад шишмәләренең тулып тороуон, тилбер ҡулдарының арымауын, уйлаған ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА.