Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
29 Ғинуар , 14:00

Хөрмәткә лайыҡ ғүмер

Кеше яҙмышы - әрем әсеһенә тиң

Хөрмәткә лайыҡ ғүмерХөрмәткә лайыҡ ғүмер
Хөрмәткә лайыҡ ғүмер

Һуғыш балалары... Ниҙәр генә кисереп, ниҙәр генә күрмәгән, аслыҡ-яланғаслығын да, йәтимлектең әсеһен-сөсөһөн дә татыған кешеләр улар. Уйнай, уҡый торған ваҡытта ололар менән бер рәттән көсө еткәнде эшләгәндәр. Шуларҙың береһе Айтуған ауылында йәшәүсе Рәшиҙә апай Ғәлиева тураһында һөйләмәксебеҙ.

Рәшиҙә Лотфулла ҡыҙы Ғәлиева 1942 йылдың 2 октябрендә Мәләүез районы Смаҡ ауылында донъяға килә. Был ваҡытта атаһы һуғышҡа киткән була. Әсәһе ҡыҙ бала тыуыуы тураһында атаһына хәбәр иткәс, атаһы Рәшиҙә тип ҡушыуын һорай. 1943 йылдың февраль айында атаһының үле хәбәре килә. Үҙҙәренең тамаҡтары тейешенсә туймаһа ла барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн лозунгыһы аҫтында ҡарты ла, йәше лә, балалар ҙа көнө-төнө эшләй. Рәшиҙәнең әсәһе Мәсүрә Ғәләметдин ҡыҙы сабый балаһы булһа ла бер эштән дә ҡалмай. Тейешенсә ашау булмағанғамы әллә башҡа сәбәп менәнме бер көндө сабый Рәшиҙәнең тәне йәшел төҫкә инә. Ауыл советынан баланы балалар йортона тапшырырға кәңәш итәләр, үҫкәс эҙләп табырһың, тип йыуаталар. Әсәһе бик теләмәһә лә ризалаша, санаға сығарып һалғас йәлләп: «Ни күрһәк тә бергә күрербеҙ» - тип кире сабыйын ҡуйынына ала. «Үлмәгәнмен» - тип йәшле күҙҙәрен һөртә Рәшиҙә апай.  Көҙ көнө урып-йыйыу эштәре башлана, Мәсүрә апайҙы сельсоветҡа иҙән йыуыусы һәм ҡарауылсы итеп күсерәләр. Шунда бер ус бойҙай ала, тик кемдер быны күреп тейешле урынға еткерә. Мәсүрә апайҙы төрмәгә ябалар, әсәләре төрмәлә саҡта өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә ҡала бәләкәй Рәшиҙә. Мәктәпкә барырға ваҡыт еткәс, ҡәләм, дәфтәр алырға аҡса юҡ, шуға ла ҡыҙ бала аптырап тормай кемгәлер иҙән йыуа, кемдеңдер өйөн йыйыштырыша, ҡулынан килгән башҡа ваҡ-төйәк эште башҡарып үҙен мәктәпкә әҙерләй. 7-се класты тамамлағас Яңауыл ауылына быҙау ҡараусы итеп ебәрәләр. Бала ғына көйө 25 быҙау ҡарай, тик Зөфәр ағаһы йәлләп кире алып ҡайта. 1958 йылдың декабрь баштарында Ғафури районы егете Миҙхәт менән туй яһайҙар. Йәштәр Айтуған ауылында төпләнә. Тәүге ҡыҙҙары Рәйлә тыуғас 40 көн ҡарап өлгөрә, ҡәйнәһе, баланы үҙем ҡарармын, килен, һин эшкә сыҡ, тигәс Рәшиҙә апай һарыҡ ҡарарға сыға. Тормош иптәше менән бер эштән дә тартынмай эшләйҙәр. Яҙын теплицала төрлө йәшелсә үҫтерә, йәйен сөгөлдөр утай. Һауынсыла була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә намыҫ менән эшләй, ударница исемен йөрөтә. «Тырышып эшләнем, шуға бер премиянан да, бүләктән дә ҡалманым» - ти Рәшиҙә апай. Байтаҡ йылдар ауыл советы депутаты дилбегәһен тарта. Тормош иптәше Миҙхәт Сафа улы 30 йыл «Мәжит Ғафури» исемендәге колхозда тракторист булып хеҙмәт итә. Өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар. Ҡыҙҙары Рәйлә ғаиләһе менән Айтуған ауылында, оло улдары Рәшит Себер тарафтарында йәшәп, хәҙер Күметау ҡалаһында төпләнгәндәр. Ҡәйнәһе менән 33 йыл йәшәгән Рәшиҙә апай бөгөн үҙе ҡәйнә булып кесе улы һәм килене менән бер йортта татыу ғүмер кисерәләр. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул эштәре менән шөғөлләнә, балаларын йылы ойоҡбаш бәйләп һөйөндөрә. Күп михнәт күреп үҫһә лә, үҙенең һөйкөмлөгөн юғалтмаған Рәшиҙә апай. Бөгөнгө көндә 83 йәшен тултырған Рәшиҙә Лотфулла ҡыҙы доньяға нур сәсеп йәшәй, уйлаған бар уйы тик изгелектә. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең уңыштарына шатланып, бәхетле ҡартлыҡта оҙаҡ йәшәргә яҙһын, тип теләйбеҙ.

 Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА

Автор:Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас