Бер сәйәхәт итә башлаһаң күңел талпынып ҡына тора донъя күрергә. Мысыр тураһында бик ҡыҙыҡһынмай ҙа инем, шулай ҙа барып күреү теләге юҡ түгел ине.
Ҡапыл ғына уйлап, ғинуар каникулдарында танышым менән юлға сыҡтыҡ. Таңға тәғәйенләнгән урынға барып еттек. Гид Хәлит исемле егет барыһында аңлатып бирҙе. Беҙҙең тәүге теләк донъяның иң ҙур мөғжизәләренең береһе булған пирамидаларҙы күреү генә түгел, ә боронғо цивилизацияның ысын хазинаһы йәшеренгән Луксор ҡалаһына ла барып етеү ине.
Луксор — Мысырҙағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Яңы батшалыҡ осоронда Мысырҙың баш ҡалаһы һәм фирғәүендәрҙең (фараондар) резиденцияһы була. Хәҙерге заман ҡалаһы илдең төп туристик йүнәлештәренең береһе булараҡ билдәле, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән. Нил йылғаһы ярында торған ғәйәт ҙур ғибәҙәтхана архитектура ғына түгел, ә боронғо Мысыр ҡөҙрәтенең, иманының һәм йолаларының тере шаһиты. Нигеҙ ташын фирғәүен Аменхотеп III (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1390—1352 йылдар) һала. Артабан төҙөлөштө иң билдәле хакимдарҙың береһе Рамзес II дауам итә. Тап уның хакимлығы аҫтында ғибәҙәтхана үҙенең монументаль ҡиәфәтен ала. Луксор ғибәҙәтханаһы — боронғо Мысыр цивилизацияһының иң мөһим дини биналарының береһе. Беҙҙең эраға тиклем XIV—XIII быуаттарҙа төҙөлгән. Төп культ үҙәге булып хеҙмәт иткән Карнак ғибәҙәтханаһынан айырмалы рәүештә, Луксор ғибәҙәтханаһы айырым роль уйнай — унда королдәрҙе яңыртыу йолалары үткәрелгән.
Беҙҙе Луксорға алып барған гид Әмир Хәлил бик ентекле, ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Карнак ғибәҙәтханаһын, тереләр һәм үлеләр ҡалаларын күрҙек, шунан һуң батшабикә Хатшепсут һарайына юлландыҡ. Батшабикә идара иткәндә күп кенә төҙөлөштәр ҙә алып барылған. Фирғәүендәр Алла балалары тип иҫәпләнгәнгә күрә, һаҡал да илаһилыҡты аңлатҡан, хатта ҡатын-ҡыҙ фирғәүендәр ҙә һаҡал кейгән. Шул иҫәптән Хатшепсутта һаҡал йөрөткән. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тыңлап, беҙҙен эраға тиклем булған ваҡиғаларҙы мөмкин тиклем күҙ алдына килтерергә тырыштым. Тарихи урындарҙан йөрөп сыҡҡас төшкө ашҡа туҡталдыҡ. Әҙерәк ял итеп алғас Нил йылғаһында катерҙа банан үҫкән плантацияға алып барҙылар. Унда хайуандарҙы ла күрергә тура килде. Бәләкәй зоопаркта беренсегә крокодилды күрҙем. Әсәй крокодил улы менән тип таныштырҙылар. Луксорҙағы экскурсия минең күңелемдә бер матур иҫтәлек булып ҡалды.
Икенсе экскурсияға барыр өсөн төнгө берҙә юлға сыҡтыҡ, сөнки Ҡаһирә ҡалаһы Хургаданан алыҫта урынлашҡан. Мин пирамидаларҙы кеше йәшәгән ерҙән йыраҡтараҡ, сүллектә урынлашҡан тип уйлай инем, баҡтиһәң Ҡаһирә ҡалаһының бер яҡ ситендә генә икән. Бына ул бөтә донъяға билдәле булған пирамидалар, яҡынлаша барған һайын уның ҙурлығына, мөһәббәтлегенә хайран ҡалаһың. Таштарының эрелеге таң ҡалдыра. Үҙ күҙҙәрең менән күреп ирекһеҙҙән ул замандарҙа кеше быны төҙөй алмай тигән фекергә киләһең. Батискафта диңгеҙ төбөнөң гүзәллеген, пирамидаларҙы, төрлө иҫтәлекле урындарҙы күреү минең күңелемдә бик күп матур тәьҫорат ҡалдырҙы. Ҡыҙыл диңгеҙҙең таҙа һыуында ҡойоноу үҙе бер бәхет булды. Әйтеп китергә кәрәк, юлда барғанда гид Әмир Хәлил дарыуҙарҙың сифатлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әгәр ҙә улар составында саҡ ҡына артыҡ әйбер булһа фармацевт компанияһын төрмә янай тине. Ҡайһы бер кешеләр төрлө файҙалы майҙар, дарыуҙар алырға махсус киләләр икән. Бында доллорҙан тыш ҡайһы бер урындарҙа хатта рәсәй һумдарын күсереү ысулы менән дә алалар. Урамдағы сүп-сар күңелде ҡырҙы. Сүп һалырға контейнерҙар булһа ла нишләптер урындағы халыҡ ҡайҙа теләй, шунда ырғыта. Икенсе күңелде ҡырған нимә крандан эҫе һыу аҡмай. Йорт өҫтөндә ҙур һыу һауыттары ултыра, эҫе һыу урынына ҡояш йылыһында йылынған һыу килә. Йәйгеһен, әлбиттә, һыу эҫе лә булалыр, тик ғинуар айында йылымыс ҡына. Сөнки көндөҙ 22-26 градус йылы булһа, кискә табан һалҡынайта. Тағы ла бер нимәгә иғибар иттем, эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар бик һирәк. Ғәрәптәрҙең ҡатындары бала тәрбиәләй, көндәлек йорт эштәре менән шөғөлләнә тигәндәре дөрөҫлөккә тура килә. Ғәрәптәр араһында христиан динен тотоусылар ҙа бар, минең өсөн яңылыҡ булды был. Аш-һыуға килгәндә беҙҙең ризыҡтарҙан әллә ни айырылмай. Беҙ итте күпләп ҡыш көнө ҡулланабыҙ, йәйен еңелерәк аштарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Гид Хәлит әйтеүенсә улар йыл әйләнәһенә ит, балыҡ ризыҡтарынан өҙөлмәй. Ун көнлөк ял һә тигәнсә үтеп китте. Үҙем өсөн күп кенә яңылыҡ астым. Сәйәхәтемдән ҡәнәғәт ҡалдым, яңы дуҫтар таптым. Мөмкинселек булғанда сәйәхәт итеп ҡалайыҡ, дуҫтар, сөнки ул ғүмерлеккә йөрәктә ҡала. Ҡайҙалыр йөрөп ҡайтыу өсөн сит илгә йөрөү бик мөһим түгел, үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ла матур урындар етерлек.
Гөлкәй ҒӘБДРАШИТОВА.