Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүсе менән бәйләнешкә аферист сығып инвестициялар ярҙамында еңел ысул менән аҡса эшләү мөмкинлеген белдергән. Аферист һүҙҙәренә ышанған ир билдәһеҙ иҫәпкә 10 миллион һум күсергән.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һаҡ булығыҙ, йәмәғәт!