

Мәләүез районында үҙ эшен яратып башҡарған, тәжрибәле уҡытыусылар бик күп. Лилиә Толомғужина – шундайҙарҙың береһе.
Лилиә Кәбир ҡыҙы Һамар өлкәһенең Куйбышев ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе тыуған яҡҡа ҡайтыу сәбәпле, унда оҙаҡ йәшәргә тура килмәй уға. Ғаилә Һыртлан ауылында төпләнә.
Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ оҙаҡ уйлап тормай Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Теләге -уҡытыусы булыу, балаларға белем биреү. Бында ла һынатмай ҡыҙ, тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Дипломлы йәш белгесте Иштуған ауылына эшкә ебәрәләр. 16 йыл ошо ауыл уҡыусыларына урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә ул. Эшен яратып, бар күңелен биреп башҡара. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә үҙен хөрмәт итә.
Иштуған мәктәбе ябылыу сәбәпле 2014 йылда Һарыш ауылына ғиләһе менән күсеп килергә мәжбүр булалар. Изге күңелле педагог бында ла артыҡ булмай. Тиҙ арала яңы коллектив, ауыл халҡы, уҡыусылар менән уртаҡ тел табып яратҡан эшен дауам итә. Тормош иптәше Илфат Биктимер улы менән өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Тик бының менән генә сикләнмәйҙәр, тағы ла ике бала алып тәрбиәләйҙәр. Бер ейәнсәргә олатай-өләсәй, икенсеһен көтәбеҙ тип йылмая әңгәмәсем. Лилиә Кәбир ҡыҙы гөл-сәскә ярата, уларға һыу һибеү, тәрбиәләү яратҡан шөғөлдәренең береһе. Был донъяла эшләгән эшең, уйлаған уйың, кешеләр менән мөнәсәбәтең барыһы ла матур булырға тейеш ти ул. Мәҡәләбеҙ геройына киләсәктә лә яратҡан эшендә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Тормоштан йәм табып, эшегеҙҙән ләззәт алып йәшәргә, эшләргә яҙһын.
Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА.