15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһы мөдире Алһыу БАЙСАРОВАның Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнәмәһе буйынса фекере:
Беҙҙең мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөгән тәрбиәләнеүселәрҙең аталары махсус хәрби операция биләмәһендә Ватан азатлағы өсөн көрәшә. Улар өсөн ташламалар ҡаралған. Хеҙмәт коллективында гуманитар ярҙам ебәреү маҡсатында акцияларҙа ҡатнашабыҙ. Балалар ҙа ҡулдарынан килгәнсә теләктәшлек итә. Уларҙың һүрәт-хаттарын яугирҙәребеҙ алып ҡыуаналарҙыр тип ышанабыҙ.
Республика Башлығы үҙ Мөрәжәғәтнәмәһендә бына нимә тине: ”Махсус хәрби операция дүртенсе йыл бара. Был хәрби конфликт Икенсе донъя һуғышы осоронан бирле Европа континентында иң күләмлеһе. Уның тәрән тарихи тамырҙары бар һәм ул илебеҙ өсөн ҡырыҫ һынауға әүерелде. Рәсәй хәрби, иҡтисади, идеологик баҫымға лайыҡлы түҙә. Беҙҙе һындырырға, санкциялар менән быуырға тырышалар. Башҡа донъянан айырырға, беҙҙең мәҙәниәтте тыйырға теләйҙәр. Беҙ махсус хәрби операцияның ниндәйҙер локаль хәрби конфликт ҡына булмауын аңларға тейешбеҙ.». Шуға күрә иҡтисадта, дипломатияла, технологияларҙа, медиа һәм киберкиңлектә ҡаты ҡаршылыҡ бар. Рәсәйҙең тарихи яҙмышы, суверенитеты уның һөҙөмтәһенә бәйле.
Хаҡ һүҙҙәр. Бөгөн ил, Республика етәкселегенең дөрөҫ сәйәсәте Рәсәйҙең көслө ил булып ҡалыуына дөрөҫ йүнәлеш икәнлегенә ышанабыҙ.
Гүзәл” балалар баҡсаһы мөдире Алһыу БАЙСАРОВА: Беҙҙең мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөгән тәрбиәләнеүселәрҙең аталары махсус хәрби операция биләмәһендә Ватан азатлағы өсөн көрәшә. Улар өсөн төрлө ташламалар ҡаралған. Хеҙмәт коллективында гуманитар ярҙам ебәреү маҡсатында төрлө акцияларҙа ҡатнашабыҙ. Балалар ҙа ҡулдарынан килгәнсә теләктәшлек итә. Уларҙың һүрәт-хаттарын яугирҙәребеҙ алып ҡыуаналарҙыр тип ышанабыҙ.