Көнгәк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль , 12:59

Ихх, үҙенең йомшаҡлығы, йылылығы!

"Ала быйма", "Ҡара быйма". Ҡайһыныһы шәберәк?

Ихх, үҙенең йомшаҡлығы, йылылығы!
Ихх, үҙенең йомшаҡлығы, йылылығы!

Беҙҙең яҡтың ҡырыҫ һалҡынын элек-электән халыҡ тап быйма менән еңеп сыҡҡан. Һәр йортта уның ҡунаҡҡа, эшкә  кейеп йөрөй торғаны булған. Был аяҡ кейеменең быуын һәм башҡа ауырыуҙан дауалау көсө булыуы ла билдәле.  Һыртлан ауыл клубына үтәсәк байрамға “Беҙҙә ҡыштар һыуыҡ була, быймаңды ташлап ҡуйма” тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай йыйылдыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар  алдан әҙерлек эше алып барҙы.

Көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамай  олоһо, кесеһе  саф һауала төрлө ярышта ҡатнашты. Быйманы йыраҡлыҡҡа, бейеклеккә ырғытыу, санаға ултырып арҡан тартыу, уйын-көлкө менән дауам итте үҙенсәлекле байрам. Көйәрмәндәр “Ала быйма” һәм “Ҡара быйма” командалары өсөн тауыш бирҙе.

Уның икенсе өлөшө ауыл клубында дауам итте. Бында ла төрлө уйын ойошторолдо. “Ҡомартҡы быйма”, “Сәскәле быйма”, “Тәңкәле быйма”, “Таҫмалы быйма”, “Үҙе бейетә торған быйма”, “Төпләнгән быйма”  һәм “Иң бәләкәй быйма” номинацияларында  ҡатнашыусылар бүләк алды.  Сара  Рәсәйҙә «Халыҡтар берҙәмлеге йылы»,  Башҡортостанда «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» на арналды. Ил көсө – Рәсәйҙең күп милләтле халҡында, берҙәмлектә. Татыу ғаилә йәмғиәтебеҙгә ҡот, йәм өҫтәй.

Миңлегөл Буранғолова.

Ихх, үҙенең йомшаҡлығы, йылылығы!
Ихх, үҙенең йомшаҡлығы, йылылығы!
Ихх, үҙенең йомшаҡлығы, йылылығы!
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас