«Рәсәй саңғы юлы-2026» Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышының сираттағы этабы 7 февралдә Мәләүездә үтте. Көн һалҡын булыуға ҡарамай, бында 4 йәштән 83 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты.