Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
14 Февраль , 09:00

Баш ҡалала тәүге аҙыҡ-түлек таратыу пункттары асылды

Улар ҡаланың һәр районында бар.

Өфөнөң барлыҡ райондарында аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү пункттары асылды. Улар «Ғаилә» үҙәктәрендә эшләй. Бының өсөн «Аҙыҡ-түлек» социаль ярҙам ойошмаһы вәкилдәре семинарҙар үткәрҙе, унда таратыу пункттарын ойоштороу, алыусылар менән үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ берҙәм биҙәү стилен булдырыу тураһында һүҙ барҙы.

«Хәҙер 1000-дән ашыу мохтаж кеше — ауыр тормош хәлендә ҡалған балалы ғаиләләр, яңғыҙ пенсионерҙар тейешле ярҙам алырға мөмкин. Шулай уҡ «Изгелек кәрзине» марафонының дүрт акцияһын үткәреү —  аҙыҡ-түлек йыйыу планлаштырыла», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Сара мохтаждарға 100 аҙыҡ-түлек йыйылмаһын формалаштырыу менән тамамлана.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-02-12/f-l-t-ge-a-y-t-lek-taratyu-punkttary-asyldy-4575796

Фото: Өфө хакимиәте / матбуғат хеҙмәте

Баш ҡалала тәүге аҙыҡ-түлек таратыу пункттары асылды
Баш ҡалала тәүге аҙыҡ-түлек таратыу пункттары асылды
Автор:
Читайте нас