Көнгәк
-8 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль , 15:05

Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды

Ауылдың мәҙәниәт йортонда боронғо ритуалдар, сәсәндәрҙең тере һүҙе һәм йола фольклорының тәрәнлеге бергә ҡушылған күркәм сара “Урал батыр” байрамы үтте.

Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды
Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды

Был сараның махсус ҡунағы һәм илһамландырыусы – филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Розалия Солтангәрәева йолаларҙың мәғәнәһен аңлатты. Был көндө район мәктәптәре уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем үлемһеҙ эпос юлдарын сәхнәнән ишеттерҙе. Айырыуса Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Илсур Абдрахмановтың сығышы сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Байрамға килеүселәр “Ҡот ҡайтарыу” һәм башҡа йола-ырымдар аша яуызлыҡтың, дошманлыҡтың һәм яу ялҡынының һүнеүен, ә мөхәббәт утының, йорт усағының һәм күңел йылыһының дөрләүен теләне. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән ҡул эштәре күргәҙмәләре, концерт номерҙары сараны айырата йәмләне.

Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды
Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды
Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды
Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды
Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды
Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды
Иштуғанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр йыйылды
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас