Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 20:00

Илһөйәрлек концерты рухландырҙы

             

Илһөйәрлек концерты рухландырҙы
Илһөйәрлек концерты рухландырҙы

20 февралдә ҡала мәҙәниәт һарайында Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы тантаналы сара үтте.

Байрам Бөйөк Ватан, Афғанстан, Чечня һуғыштарын һәм әлеге көндә барған махсус хәрби операция яугирҙәрен иҫкә алыу менән башланды. Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин байрам менән тәбрикләне, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләне, яугирҙәргә иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Тамашаны ҡала мәҙәниәт һарайының һәүәҫкәр артистары, мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән матур концерт номерҙары дауам итте. Һәр номерҙы залда ултырған тамашасылар бик йылы ҡабул итте.

25 февралдә МХО яугирҙәренә ярҙамға Хәйриә концерты марафонына старт бирелде. Йыл әйләнәһенә ул райондың бөтә ауыл мәҙәниәт йорттарында үтәсәк. Йыйылған аҡса Ватаныбыҙ һаҡсыларына кәрәкле әйбер алыуға йүнәлтеләсәк.

Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА.

Автор: Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас