Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март , 15:25

Көйөргәҙенән еңеү менән ҡайттылар

Спорт һәм беҙ  

Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылында көрәш буйынса XVII асыҡ район турниры үтте. Ул Афғанистан республикаһында ҡаһармандарса һәләк булған яугир Р.М.Сиражетдинов иҫтәләгенә арналды.  Сарала 2010 йылғы һәм унан кесе төркөмдәге балалар ҡатнашты. Көүгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка, райондарынан, Кумертау, Мәләүез ҡалаһынан 85 көрәшсе ҡатнашты.

Ергән балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең яҡшы әҙерлеген күрһәтеп, Маҡтау грамотаһы, миҙал һәм Кубокка лайыҡ булды. Был еңеү тренер-уҡытыусы Айнур Хисаметдинов һәм Илмир Юлмөхәмәтовтың ныҡышмалы хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығына бәйле.

Көйөргәҙенән еңеү менән ҡайттылар
Көйөргәҙенән еңеү менән ҡайттылар
Автор:
Читайте нас