Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март , 16:00

Мәләүездә күпме наркоман иҫәптә тора?

2025 йылда Башҡортостанда 112 кеше наркотиктарҙан вафат булған.

Башҡортостанда наркотик ҡулланыусылар 102 кешегә кәмегән. Өфөлә наркомания менән сирләү осраҡтары юғары. Былтыр Башҡортостандың баш ҡалаһында наркотиктар менән киҫкен ағыуланыуҙан 66 кеше, Стәрлетамаҡта — 12, Нефтекамала — 5, Салауатта — 4, Октябрьскийҙа — 3, Сибайҙа — 1 вафат булған. Башҡортостанда 3440 кеше наркотик сиренә бәйле иҫәптә тора. 2024 йылда уларҙың һаны 3548 кеше тәшкил иткән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, ауырыуҙарҙың (йылына -108 кеше) һәм үлемдең (-24 кеше) кәмеүе — системалы эш һөҙөмтәһе. Үлем күрһәткесе процент нисбәтендә 15,2 процентҡа кәмегән. Башҡортостан ҡалаларында әлеге ваҡытта наркомандарҙың күбеһе Өфөлә — 1748 кеше. Стәрлетамаҡта — 288 пациент, Октябрьскийҙа — 203,  Нефтекама ҡалаһында — 73, Мәләүездә — 51, Салауат ҡалаһында — 40, Сибайҙа — 30, Күмертауҙа — 29, Ишембайҙа 23 пациент иҫәптә тора.

Автор:
Читайте нас