Маҡсаттары - үҫеп килгән быуында тарихҡа һәм киләсәгебеҙгә, күп милләтле илебеҙҙең рухи ҡиммәттәрен ихтирам, һөйөү тәрбиәләү. Улар шулай уҡ улар төрлө йәштәгеләр араһында физик үҫеш һәм сәләмәт йәшәүҙе пропагандалай. Зарница хәрби-патриотик уйыны, “Ҡаһарманлыҡ дәрестәре”, төрлө күнекмә, сараларҙа команда рухын һәм патриотик сифаттарҙы үҫтереүгә тос өлөш индерә. Егеттәр махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ла эш алып бара.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан “Ватан патриоттары” берләшмәһе Первомай урамы,1 адресы буйынса урынлашҡан атыу тирында үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы белгестәре менән сара уҙғарҙы. Ярыштың төп судьяһы Павел Мальцев хәүефһеҙлек сараларын һаҡлау маҡсатында инструктаж үткәрҙе. Команда уйындарын ойоштороусы Рәсүл Әхтәмов ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап, уңыш теләне.
Ике хеҙмәткәрҙән торған 6 команда ҡоралдан атыу буйынса үҙҙәренең оҫталығын һынаны. Гүзәл заттар карабин, винтовка, пистолеттан атып, сәп “сүпләне”.
Саранан һуң Владимир Калабугин команда беренселеге буйынса һәм иң күп мәрәй йыйған ҡатын-ҡыҙҙарға бүләк, Рәхмәт хаты тапшырҙы.