Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
6 Март , 09:00

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы төшөрөлгән открыткалар серияһы почта әйләнешенә сыҡты

Һәр открыткаға «Иң изге теләктәре менән Башҡортостандан!» тип яҙылған. Улар бер стилдә эшләнгән һәм посткроссерҙар, республика буйлап сәйәхәттән иҫтәлекле сувенир ебәрергә теләгәндәр өсөн бик уңайлы.   

Тематик серия өс открытканан тора, уларҙа Шүлгәнташ мәмерйәһенә инеү урыны, ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр һәм Тирмәнтауҙан Ағиҙел йылғаһына күренештәр һүрәтләнгән. Был урындар «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында урынлашҡан. Һәр открыткаға «Иң изге теләктәре менән Башҡортостандан!» тип яҙылған.

Бөтә открыткалар ҙа бер стилдә эшләнгән һәм посткроссерҙар, республика буйлап сәйәхәттән иҫтәлекле сувенир ебәрергә теләгәндәр өсөн бик уңайлы. Уларҙың Рәсәйҙә таратыу тарифына тап килгән стандарт почта маркаһы бар.

«Яңы открыткалар Башҡортостанды бай тарихлы, хозур тәбиғәтле күркәм һәм ҡунаҡсыл төбәк итеп күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә», – тип билдәләне Рәсәй почтаһының төбәк идаралығы директоры Ленард Шафиҡов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Башҡортостандың иҫтәлекле урындары Рәсәй почтаһының һәм Рус география йәмғиәтенең Рәсәйҙең билдәле урындары тураһында открыткаларында сағылыш тапты. Был серияға Йүрүҙән йылғаһы, Ирәктәш, «Башҡортостан» милли паркы, Айғыр ҡаялары һәм Иҙрис мәмерйәһенең һүрәттәре инде.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-03-05/sh-lg-ntash-ursauly-y-t-sh-r-lg-n-otkrytkalar-seriya-y-pochta-yl-neshen-sy-ty-4603701

Фото: матбуғат хеҙмәте / «Рәсәй почтаһы»

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы төшөрөлгән открыткалар серияһы почта әйләнешенә сыҡты
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы төшөрөлгән открыткалар серияһы почта әйләнешенә сыҡты
Автор:
Читайте нас