«Яҡшы аттар менән затлы ҡатындарҙың бер рухтан яралыуы тураһында мин ғүмер баҡый тылҡыным. Юҡ, бәғзе ҡатындарҙың яҡшы нәҫел-нәсәбе тураһында ғына әйтмәйем. Хәйер, нәҫел дәрәжәһе үҙе бер бәрәкәт: тамыры баҡыр ағастың сатыры алтын булмаҫ. Әммә шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә юғалып ҡалмайҙар; уларҙы хатта аслыҡ-яланғаслыҡ та кәмһетә алмай; сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына».
МОСТАЙ КӘРИМ.