Шундай бәхетле ҡатындарҙың береһе – Смаҡ ауылынан Ләйсән Зәбир ҡыҙы Таштимерова. Ул 8 мартта үҙенең матур юбилейын билдәләне.
- Миңә иһә шундай аҡыллы, матур һәм тырыш ҡатынды осратыу бәхете тейҙе, - ти уның тураһында тормош ипташе Илгиз Таштимеров. - Ул Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан. Яҙмыш беҙҙе Стәрлетамаҡта осраштырҙы, икебеҙ ҙә педагогия институтында уҡыныҡ. Һигеҙ ай самаһы дуҫлаштыҡ та, 1998 йылдың 20 мартында тәүҙә кәләш яғында туй үткәрҙек, бер аҙнанан һуң беҙҙә, Мәләүез районында. Шулай итеп, март айы ғаиләбеҙ өсөн матур даталарға бай һәм мөһим.
Илгиз Миҙхәт улы һөйләүенсә, буласаҡ ҡатыны бик яҡшы уҡыған, уға гуманитар предметтар ҙа, теүәл фәндәр ҙә еңел бирелгән. Ләйсән егеткә лә уҡыуҙа ярҙам иткән. Һәм был матур, өҫтәүенә игелекле һәм хәстәрлекле ҡыҙ шаян Илгиздең йөрәген яулаған.
- Плюс һәм минус тартыла, тиҙәр бит. Күрәһең, минуслы мин плюслы Ләйсәнгә тартылдым, - тип шаярта хәҙер Илгиз Миҙхәт улы.
Институтты тамамлағандан һуң Ләйсән Таштимерова Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө гимназияһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Һуңынан йәш ғаилә Мәләүезгә күсеп ҡайта, Илгиз Миҙхәт улы 9-сы башҡорт гимназияһына физкультура уҡытыусыһы булып эшкә бара. Ләйсән Зәбир ҡыҙы Динис Бүләков исемендәге Смаҡ ауылы мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә. Башта биология уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан белемен камиллаштырып, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китә, уға өҫтәмә рәүештә тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Шулай ике тиҫтә йылдан ашыу балалар тәрбиәләү мәнфәғәтендә эшләй ул.
Таштимеровтар ғаиләһе Смаҡ ауылында йәшәй. Өлкән улдары Ильяс БДУ-ны тамамлағандан һуң Өфөлә эшләй, икенсе улдары Айтуған да юғары белем ала, Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлай һәм баш ҡалала төпләнә, ҡыҙҙары Гөлшат Башҡорт дәүләт медицина университетының дүртенсе курсында уҡый. Бөгөн әсәһе менән атаһы янында кинйәләре Инсаф ҡына.
Илгиз Миҙхәт улы алты йыл гимназияла уҡытҡандан һуң Себер тарафтарына эшкә китә. Мартта уның вахта хеҙмәтенә 18 йыл тула. Ә был, үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр, ҙур яуаплылыҡ, хәстәрлек һәм мәшәҡәттәр ҡатындың иңендә тигәнде аңлата: йорт, дүрт бала, ҙур хужалыҡ өсөн дә.
- Мин ҡатынымдың энергияһына ғәжәпләнәм һәм һоҡланам, - ти Илгиз. - Мәктәптән ҡайтҡас, шунда уҡ һарайға мал ҡарарға ашыға, һуңынан өйҙә аш-һыу әҙерләү, йыйыштырыу, күп балалы әсәйҙең башҡа мәшәҡәттәре, ә унан иртәгәге дәрестәргә әҙерләнергә кәрәк. Ҡәйнәм әйтә: «Ул атаһы яғынан өләсәһенә оҡшаған. Ул 11 бала тәрбиәләп үҫтергән!»
һүҙ өләсәй тураһында темаға кускәс, әңгәмәсемдән яңы статус планлаштырмайҙармы тип ҡыҙыҡһынам.
- Март айында тағы ла бер мөһим ҡарар ҡабул итербеҙ кеүек, өлкән улыбыҙға кәләш әйттерергә ваҡыт, - тине Илгиз Таштимеров.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо ҙур һәм татыу ғаиләгә бөтә теләктәрен, пландарын унышлы тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ. Ләйсән Зәбир ҡыҙын яҡынлашып килгән юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Бәхет, һаулыҡ, мөхәббәт һәм именлек теләйбеҙ!
Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА
Фото Таштимеровтарҙың ғаилә архивынан.