Көнгәк
+30 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
13 Марта , 10:00

Ҡотороу сире буйынса ауылға карантин индерелгән

Ҡыйғы районының Ҡолмәт ауылында саралар күрелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Ҡотороу сире буйынса ауылға карантин индерелгәнҠотороу сире буйынса ауылға карантин индерелгән
Ҡотороу сире буйынса ауылға карантин индерелгән

Документтан күренеүенсә, Ленин урамындағы шәхси ярҙамсы хужалыҡ территорияһы эпизоотик усаҡ тип танылған. Бөтә Ҡолмәт ауылы ла имен булмаған пункт тип билдәләнгән. Эпизоотик усаҡ территорияһында ауырыу хайуандарҙы дауалау, сит кешеләрҙең килеүе, хайуандарҙы индереү һәм сығарыу, һәләк булған хайуандарҙың тиреһен алыу тыйыла.

Ауылда хайуандарҙың ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцинация үткәреләсәк, сәләмәт хайуандарҙы айырым тотоуға күсереләсәк. Республиканың ветеринария буйынса дәүләт комитетына сирҙең сәбәптәрен һәм сығанаҡтарын асыҡларға ҡушылды. Законлы көсөнә ингән указдың үтәлешен контролдә тотоу БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа йөкмәтелде.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас