Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
17 Март , 11:25

Тиҙҙән имтихандар осоро етә

Балаларҙа ышаныс тыуҙырыу өсөн бигерәк тә мөһим.

Бөгөн 4-се мәктәптә район һәм ҡала мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн математика буйынса төп дәүләт имтиханына әҙерлек буйынса республика күләмендәге күнекмә сара үтте. Унда бөтәһе 266 туғыҙынсы класс уҡыусыһы ҡатнашты.

Күнекмәнең маҡсаты – техник һәм ойоштороу регламенттарын тикшереү, ойоштороусыларҙы һәм сығарылыш уҡыусыларын ысын имтиханға әҙерләү. Мәктәп уҡыусылары имтихандың үткәреү пунктынан алып һөҙөмтәне алыуға тиклем бөтә этаптарын уңышлы үтте. Был белемде тикшереү генә түгел, ә форматҡа психологик яҡтан яраҡлашыу, ваҡытты бүлергә өйрәнеү һәм үҙеңдә ышаныс тойғоһо тәрбиәләү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм Рособрнадзорҙың уртаҡ бойороҡтары менән 2026 йылда төп дәүләт имтиханы үткәреү ваҡыты раҫланған. 9-сы класс сығарылыш уҡыусылары өсөн имтихандарҙы үткәреү өс осорға бүленгән: ваҡытынан алда 21 апрелдән 18 майға тиклем, төп осор - 2 июндән 6 июлгә һәм өҫтәмә  осор -3 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем.




Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Тиҙҙән имтихандар осоро етә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас