Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
17 Март , 10:44

Яҡшы хәбәр!

Киров өлкәһе Вятские Поляны ҡалаһынан  һөйөнөслө хәбәр алдыҡ.

Йыл башында  «Спартак» стадионында боҙҙа мотоуҙыш буйынса ҙур ярыш үтте. Көйәрмәндәр данлыҡлы мотоуҙышсы Дмитрий Буланкин  командаһы  өсөн тауыш бирҙе.

Ошо көндәрҙә Киров өлкәһе Вятские Поляны ҡалаһынан  һөйөнөслө хәбәр алдыҡ.  Мәләүездең «Спартак» командаһы боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй команда кубогы финалының беренсе этабында бронза, икенсе этабында алтын яуланы. Дөйөм иҫәптә яҡташтарыбыҙ  Владивосток ҡалаһының «Восход» командаһынан бер аҙ ҡалышып, икенсе урын биләне. Спортсыларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уларға яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! Яҡташтарыбыҙ Дмитрий Буланкин, Динар Вәлиев, Вячеслав Дроздовҡа артабан да уңыш теләйбеҙ!

Яҡшы хәбәр!
Яҡшы хәбәр!
Яҡшы хәбәр!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас