Схемаһы шундай:
Ҡорбанды телефон аша заказ бирергә күндерәләр.
Пенсионер тауарҙы алғас, уға икенсе мутлашыусы шылтыратып, үҙен тәфтишсемен, тип таныштыра. Ул кешенең БАД һатып алғанмы-юҡмы икәнен асыҡлай. Ыңғай яуап алғас, өҫтәмәләрҙең ялған булып сығыуын белдерә.
Артабан “тәфтишсе" компенсация алыуҙа – тауарға түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыуҙа һәм мораль зыянды ҡаплауҙа ярҙам тәҡдим итә.
Ышаныусан пенсионер мессенджер аша мутлашыусылар әҙерләгән ғаризаның күсермәһен ебәрә.
Киләһе этапта енәйәтселәр, эште ҡарау өсөн адвокат ярҙамы кәрәклеген хәбәр итә, һәм уның хеҙмәттәре менән суд сығымдары хаҡы тураһында әйтә.
Ҙур түләү ҡайтарыуға өмөтләнеп, пенсионер аҡсаны мутлашыусыларҙың күрһәтмәләре буйынса күсерә. Бынан һуң енәйәтселәр элемтәгә сығыуҙан туҡтай.
Һаҡ булығыҙ! Был мәғлүмәтте мотлаҡ оло йәштәге туғандарығыҙ һәм таныштарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ – уларҙы аҡса юғалтыуҙан һаҡлай алыуығыҙ мөмкин.