Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
18 Март , 05:31

 Ҡырым Республикаһының Рәсәй Федерацияһы составына инеүенә 12 йыл

18 март – Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы айҡанлы Килешеүгә ҡул ҡуйылды.

2014 йылдың 18 мартында Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡырым Республикаһы араһында “Рәсәй Федерацияһына Ҡырым Республикаһын ҡабул итеү һәм Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъекттар ойоштороу тураһында“ Килешеүгә ҡул ҡуйылды.

 Документ Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин,Ҡырым Республикаһы Юғары Советы Рәйесе Владимир Константинов, Ҡырым Республикаһы Министрҙар Советы Рәйесе Сергей Аксенов һәм Севастополдең йәшәйешен тәьмин итеү буйынса Севастополь ҡала идаралығының ойоштороу координация советы рәйесе Алексей Чалыйҙың ҡултамғаһы менән беркетелде.  Ҡырым ярымутрауы халҡы яңынан Рәсәй ҡанаты аҫтына инергә ҡарар итте. Был ваҡиға күп илдәр өсөн көтөлмәгән хәл булды, ә Рәсәй өсөн иһә ул донъя кимәлендә үҙенең көслө дәүләт булыуын сираттағы тапҡыр иҫбатлау өлгөһө ине.

2014 йылдың 16 мартында Автономиялы Ҡырым Республикаһында  һәм Севастополь ҡалаһында Ҡырым реферундымы уҙҙы, уның барышында Ҡырым халҡы Рәсәй менән яңынан ҡушылыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Быға нимә этәрҙе?

2014 йылдың февраль аҙағында ярымутрауҙа Ҡырымға хәрби контингентты индерергә мәжбүр булды. Ул осор Украинала билдәһеҙлек хакимлыҡ иткән, илдә власты ҡолатып төшөрөү хәүефе тыуған мәл булып тарихҡа инде. Ошо ваҡиғалар сағылышында Рәсәй етди ҡарар ҡабул итергә мәжбүр ине.

Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды, унда йыл эсендә 40-тан ашыу социаль объектҡа капиталь ремонт үткәрелде, һыу, газ торбалары алмаштырылды, ҡалалар төҙөкләндерелде, ауыл хужалығы тармағына заманса техника оҙатылды.  Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына арналған тарихи көн айҡанлы  республика район-ҡаларында төрлө күңел асыу саралар, концерт, күргәҙмә, митинг, осрашыуҙар үтә.

Рәфилә БИКЙӘНОВА әҙерләне.

 

Ҡырым Республикаһының Рәсәй Федерацияһы составына инеүенә 12 йыл
 Ҡырым Республикаһының Рәсәй Федерацияһы составына инеүенә 12 йыл
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас