Көнгәк
+2 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март , 09:00

Мәләүез ерендә тамыр алған

21 март – ул башҡорт һәм башҡа күп халыҡтарҙың яҙҙы ҡаршылау байрамы Наурыз, март-шарт тигән һыуыҡтары, аҡман-тоҡман бурандары үтеп, көндәрҙең йылыға төрөнә башлаған ваҡыт ҡына түгел беҙҙең ғаилә өсөн. Был дата оло улымдың тыуған көнө булараҡ та яҡын беҙҙең күңелдә. Тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянған, яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ошо матур миҙгелдә оло улым Фәим Салауат улы Ғайсин улы үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул райондың хозур бер ерендә урынлашҡан Апас ауылында тыуҙы. Бәләкәйҙән тырыш, маҡсатлы, өлгөр булып үҫте ул. Аптраҡ урта мәктәбен, Мәләүездә 42-се һөнәрселек училищеһын тамамланы. Күмертау педагогия училищеһында физик культура уҡытыусыһы һөнәренә уҡып диплом алғас, ике йыл Иштуған урта мәктәбендә балаларҙа спортҡа һөйөү уятты. Унда ҡурай түңәрәге һәм кикбоксинг секцияһы асып ебәрҙе. Һөнәрен яратып ҡына эшләп йөрөһә лә, улымдың тынғыһыҙ, эҙләнеүсән күңеле музыкаға, ҡурайға тартылғанын барыбыҙ ҙа һиҙә инек. Ошо йүнәлештә уҡырға теләк белдергәс, хупланыҡ ҡына. Салауат музыка училищеһын тамамлап, Мораҡ музыка мәктәбенә ҡурай уҡытыусыһы булып урынлашты, ситтән тороп Өфө сәнғәт академияһында уҡыны. Ауырғазы районы Талбазы ҡасабаһына эшкә күсте һәм Мәләүез ҡыҙына өйләнеп, шунда төпләнде.

 

Әлеге ваҡытта киленем Айгөл менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Үҙ тырышлыҡтары менән һалған ҙур күркәм йортта йәшәйҙәр. Улым ҡурай уҡытыусыһы, тренер булып эшләй. Исеме үҙе эшләгән, йәшәгән урында ғына түгел, республикала ла спортсылар, ҡурайсылар араһында яҡшы таныш. “Дуҫлыҡ” ҡурайсылар ансамбленең сығышын һәр ерҙә көтөп алалар. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәләр.

Тынғыһыҙ, һәр ваҡыт юғары маҡсаттар ҡуйып эшләгән спорт мастеры ул. Тәрбиәләнеүселәре менән генә түгел, үҙ балалары менән дә ныҡлы шөғөлләнә, уларҙың физик һәм аң үҫешенә ҙур иғтибар бүлә. Ейәнебеҙ Батырхан быйыл Ҡаҙағстанда үткән традицион уҡтан атыу ярышында беренсе урын яуланы. 2-се класта уҡыған ейәнсәребеҙ Нәркәс акробатикала уңыштар яулай. Ярҙамсыл, туған йәнле улым ҡайҙа ғына эшләһә лә хаҡлы рәүештә ихтирам ҡаҙана. Әсәй кеше өсөн балаларының тормошта үҙ юлын, булмышын табыуы ҙур бәхет!

Тырыш, уңған улым Фәимгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, сабырлыҡ, барлыҡ-муллыҡ, ғаилә именлеге һәм уңыштар теләйем. Килен менән тиң ғүмер кисереп, балаларығыҙ изгелеген күреп йәшәргә насип булһын. Йәш быуындың аңлы, зиһенле булып үҫеүендә һинең хеҙмәт өлөшөң баһалап бөткөһөҙ. Үҙем педагогия хеҙмәте ветераны булараҡ, был да минең өсөн бик мөһим.

Башҡортостаныбыҙға шундай арҙаҡлы ул тәрбиәләүебеҙ менән ысын мәғәнәһендә, ғорурланам.

Рәсимә ҒАЙСИНА.

Мәләүез ерендә тамыр алған
Мәләүез ерендә тамыр алған
Автор:
Читайте нас