Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
6 Апрель , 06:39

Уңыш сере ергә тамған тирҙә

Райондың ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы баҫыу эштәренә  әҙерлекте башланы. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ла машина-трактор паркының техник әҙерлегенә бәйле эш тулы ҡеүәт менән бара. Яңы миҙгел аграрийҙарҙан ҙур тырышлыҡ талап итә.

2002 йылдан Аптраҡ ауылында фермерлыҡ менән шөғөлләнгән “Мәсәғүтов” хужалығында бөгөн бөтә төр техника ремонтлана.

- Сәсеү кампанияһында ҡулланыласаҡ агрегаттарға айырым иғтибар бүленә, эште ваҡытында һәм сифатлы башҡарылыуы уларҙың төҙөклөгөнә бәйле, - ти хужалыҡ етәксеһе Әҡсән Мәсәғүтов. Игенселек йүнәлешендә тәжрибә туплаған Әҡсән Рәшит улы сираттағы миҙгелгә лә ныҡлы әҙерлек менән инә. Баҫыу эштәренең һәр этабы ентекле планлаштырылған. 1,5 мең гектарҙы биләгән майҙанды башлыса иген культуралары, көнбағыш, ҡарабойҙай биләйәсәк.

Орлоҡ  инспекцияһына тикшерелгән сәсеү материалы үҙ ваҡытын көтә. Бында таҙалыҡ күрһәткесе юғары булған иң яҡшы өлгөләр ентекләп һайлап ҡалдырылһа ла, фермер Төмән өлкәһенән 20 тонна “супер элиталы” бойҙай орлоғона заказ биргән. Шулай уҡ Әбйәлил районындағы орлоҡсолоҡ хужалығынан 25 тонна арпа алырға ниәтләйҙәр. Был – киләсәктә юғары уңыш нигеҙе. Сәсеү схемаһы төҙөлгән, ашлама индереү, культураларҙы алмашлап сәсеү планлаштырылған. 60 тонна аммиак селитраһы һәм 10 тонна ҡатмарлы ашлама тупланған. Яҙғы баҫыу эштәре миҙгеленә етерлек яғыулыҡ-майлау материалы ла  алынған. Машина-трактор паркы яңыртыла. Ике йыл элек “Акрос” комбайны алынһа, уҙған йыл хужалыҡ “Агро-16” иген киптергесенә тулыланған, уны сафҡа индереү өсөн газға тоташтырыу буйынса документ әҙерләнә. Ҡоролма аграрийҙар өсөн мөһим, сөнки һатыуға һәм һаҡлауға һалынған орлоҡтоң сифатын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Үҙ эшен яҡшы белгән, тыуған яғына тоғро Радик Ишкинин, Рәмил Хөснөтдинов, Әмир Шәрипов, Ришат Мәсәғүтов, Нияз Мәсәғүтов һәм Айнур Үлмәҫбаев - универсал белгестәр. Ер кибеп, тупраҡ йылыныу менән Радик Ишкинин менән Рәмил Хөснөтдинов ДжонДир комплексында сәсеүгә төшә, уның артынан дым ҡаплатыу башланасаҡ. Орлоҡ һәм ашламаны һаҡлауға биналар әҙерләү ҙә мөһим. “Уңыш серен тыуған тупраҡҡа тамған тир һәм ныҡышмалылыҡта күрәбеҙ”, - ти егеттәр. Был һүҙҙәр менән бәхәсләшеү мөмкин түгел.

 Бына шундай изге ниәт, юғары уңышҡа өмөт итеп йәшәй һәм эшләй фермер хужалығы хеҙмәтсәндәре.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Уңыш сере ергә тамған тирҙә
Уңыш сере ергә тамған тирҙә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас