Сәләмәт кешеләр ҡаршылыҡһыҙ мөхит тигән төшөнсә хаҡында һирәк уйлайҙыр, моғайын. Ысынлап та аяҡ-ҡулың иҫән булғанда уның беҙгә кәрәге юҡ һымаҡ. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн был - ҙур проблема. Коляскалағы инвалидтарға кәрәкле бинаға инеп сығыу, ысын мәғәнәһендә, ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Баҫҡыстан менеп-төшөүе аяҡ-ҡулы имгәнгәндәр өсөн генә түгел, оло йәштәгеләргә лә еңел түгел. Баҫҡыс таянғыстарының нимә өсөн ҡуйылғанын бөтәһе лә белә. Ул күтәрелгәндә йәки төшкәндә тән ауырлығы тигеҙлеген тотоусы баҫҡыстың айырылғыһыҙ өлөшө. Бөгөн улар магазиндарҙа, дарыуханаларҙа һәм башҡа учреждениелар уның менән йыһазландырылған.
Таянғыстарҙан тыш, дәүләт, муниципаль һәм ведомство торлаҡ фондындағы объекттарҙа, хакимиәт биналарында, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәтләндереү, банк, мәҙәниәт учреждениеларында, физкультура-һауыҡтырыу биналарында, почта, элемтә хеҙмәте күрһәткән объекттарҙың бөтәһендә лә пандустар, йәғни киртләсһеҙ ҡыялатып эшләнгән баҫҡыстар булырға тейеш.
Район һәм ҡала хакимиәттәре белгестәрен берләштергән комиссия һаулыҡ һаҡлау учреждениеның ошо йүнәлештәге эшен ҡараны. Пандус, ҡыялатып эшләнгән баҫҡыс, саҡырыу кнопкалары, коляскалар булыуы тикшерелде. Комиссия эшен артабан дауам итәсәк.