“Бына ошо ауырлыҡ үтһә, еңел буласаҡ, тип ышанып эшләнек”
Ҙур күп хужалыҡтар ҙа ил буйынса барған үҙгәртеп ҡороу еленә ҡаршы тора алмай, тарҡала. Был йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге колхозда ферма мөдире булып эшләгән Ғәфүр Әлмөхәмәтов ҙур хужалыҡтың тарҡалыуын күреп, 30 гектар майҙанды рәсмиләштереп, энтузиаст егеттәр менән фермер хужалығы булдырырға ҡарар итә. “Йәш, дәрт, яңы идеаларҙы тиҙ ҡабул иткән йылдар ине. Ер алып эшләнең дә киттең, тип уйлағандар, иләктән иләнеп, төшөп ҡалды. Ҡуртымға алынған сәсеүлек майҙанын эшкәртергә техника, яғыулыҡ-майлау материалы, продукцияға хаҡтарҙың тотороҡһоҙлоғо, хеҙмәтсәндәргә эш хаҡы түләү, үҫтерелгән уңышты ҡайҙалыр тапшырыуға бәйле проблемалар күп булды. Республика, район хакимиәте етәкселеге, министрлыҡ, банктар менән уртаҡ тел табып эшләп киттек. Ныҡлап аяҡҡа баҫҡансы, иген, малсылыҡ продукцияһы менән натуралата түләү менән иҫәпләштек. 2000-се йылдарҙа ла яғыулыҡ, ашламаға хаҡ күтәрелгәс, күптәр тағы бөлгөнлөккә төштө. Был йылдарҙа фермерҙар менән техниканы бергә ҡулланыу, бер- беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙыу, тотороҡло, йәғни, ҡыйынлыҡһыҙ, баҙарға ихтыяж менән ҡулланылған культура сәсеп бартер ысулына күсеп үҫештек.
“Ерҙә эшләгәндәргә ҡапыл күтәрелеп китеү мөмкин түгел”
Был мин уйлап тапҡан ҡағиҙә түгел, - фермер. - Өс тиҫтә йыл дауамында туплаған тәжрибә, еңеү һәм уңышһыҙлыҡ менән сиратлашып килгән күҙәтеү һөҙөмтәһе. Колхоздан һатып алған техниканы яңыртыу, даими ремонтлау үҙ сиратында ҙур ғына сығым да талап итә башлағас, машина-трактор паркын яңыртыу кәрәклегенә төшөндөм. Республикала төрлө программа, проекттарҙа ҡатнашырға , субсидиялар алырға тырыштым. Яйлап ер майҙаны ла артты. Бөгөн 900 гектар сәсеүлек бар. Игенселек, малсылыҡ тармағы бер-береһен тулыландыра. Һуңғы өс йылда Полесье” комбайны, МТЗ тракторы алдыҡ. Элеккеләрен дә яҡшы торошта тотабыҙ. Егеттәр үҙ эшен яҡшы белә, уларға тулыһынса ышанам. Артыҡ сығымдарға юл ҡуймай, һаҡсыл эшләү - төп принциптарҙың береһе.
Районда бер нисә хужалыҡ исемлегендә татлы тамыр сәсеү менән шөғөлләнгән хужалыҡ исемлегендә “Ҡарлуғас” та тоғро ҡала. Ташыуға бәйле ҡыйынлыҡ сәбәпле, төшөмлө культура ике йыл сәселмәй. Үҙгәреүсән баҙар шарттары бына шулай йылдар дауамында һаҡланған традицияны “оноторға” этәрә.
Үҫеш һәм уңыш
2000 йылда “Ҡарлуғас” фермер хужалығы исемен үҙгәртеп “Әлмөхәмәтов” шәхси эшҡыуар фермер хужалығына әйләнә. Әммә эш принциптары үҙгәрмәй, шул килеш ҡала, барфы яуаплылыҡ арта. Бөгөн хужалыҡта миҙгел эштәре осоронда өҫтәмә эшселәр алына. Ситтән килгәндәргә йәшәү шарттары булдырылған. Игенселек менән малсылыҡ та үҫешә, 75 баш һыйыр малы иҫәпләнә, улар йылы һарайҙа уңышлы ҡышлаған.
Орлоҡ сифаты махсус тикшереү үтә. Ошо көндәрҙә сорттарға айырыу һәм ағыулау башланасаҡ. Яҙғы баҫыу эштәренә 10 тонна яғыулыҡ-майлау материалы тупланған. 50 тонна ашламаға килешеү төҙөлгән.
Ғәфүр Әлмөхәмәтов “Атайсал” проектында, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Яҡташтарына төрлө йәһәттән ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән эшҡыуар был йүнәлештә артабан да эшләйәсәге тураһында белдерҙе. - Ауыл биләмәһендә юл төҙөкләндереү, балалар майҙансыҡтарын сафҡа индереү, мәҙәниәт усағы, балалар баҡсаһы, махсус хәрби операция яугирҙәре ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам – күңелгә тыныслыҡ бирә, ти эшҡыуар. – Ил бөтөнлөгө өсөн көрәшкән егеттәребеҙгә лә гуманитрар ярҙамдан тыш аҡсалата ярҙам күрһәтеү мөһим икәнлеген аңлайбыҙ.
Ғәфүр Мираҫғәли улының ауылды һаҡлауға, яҡташтарына эш һәм киләсәккә ышаныс биреүе маҡтауға лайыҡ. Бына шундай шәхестәр менән көслө беҙ. Тырышлыҡ, аҡыл һәм ергә һөйөү теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итеүен үҙ өлгөһөндә күрһәткән фермер хужалығы етәксеһенә уңыштар теләйек.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.